Ҡартайырға ваҡыты юҡ Тормошта шундай көтөлмәгән осрашыуҙар була. Шуларҙың береһен бөгөнгөләй хәтерләйем. 2002 йылдың яҙы ине. Балалар йортонда тәрбиәләнгән осор. Бер көндө шул тиклем балыҡ ашағы килеп китте. Күп уйлап тормай, класташым менән ҡармаҡ тотоп Иҙел буйына йүнәлдек. Йылға шул тиклем ташҡан: ярына һыймай, бына-бына тирә-яҡҡа йәйелергә тора. Ә беҙ, бер ни булмағандай, балыҡ тотмаҡсыбыҙ. Оҙаҡ та ултырманыҡ, эре генә суртанды һөйрәп сығарҙыҡ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1077 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тикшереү – Киләләр! – тип бөтә мәктәпкә һөрән һалды, тәҙрәнән күҙен алмай, иртәнән бирле “һаҡта” торған Тәскирә апай.
Бына мәктәп директоры, таҡ-тоҡ атлап, ишек янына килеп баҫты.
– Хуш килдегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! – тине ул һәм күршеһе Әҡлимәнән кисә генә бешертеп алған түңәрәк икмәкте ҡунаҡтарға һуҙҙы.
Директор урынбаҫары, итәғәтле йылмайып, ҡунаҡтарҙы сәй табынына саҡырҙы...
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Февраль” еле иҫте Өфөлә Рәсәйҙә Кино йылы дауам итә. Шул уңайҙан төрлө форматта нәфис, документаль фильмдар хаҡында фекер алышыуҙар ҙа ойошторола. Шундайҙарҙың береһе яңыраҡ “Арт” кафела үтте һәм уны Башҡортостан кинематографистар союзы ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 394 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кризистар, санкциялар –
Оҙайлы...” – тиҙәр, хаҡтыр:
Кризистар, санкциялар
Бөгәлмәҫ беҙҙе,
Ашаһаҡ
Көнөнә ике тапҡыр...
Ком: 0 // Уҡынылар: 465 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа,
Тыуып үҫкән яҡтарҙа
Уйындан һис туйманыҡ,
Эште ситкә ҡуйманыҡ.
Туғайҙа себеш көттөк,
Ҡояшта янып бөттөк,
Һыу ташыныҡ күнәкләп,
Картуф күмдек күмәкләп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 355 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күтәреп йөрөтөгөҙ тип,
Ҡунғайны усҡа.
Ша-ап!..
Сыҡты юҡҡа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 426 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Билет ал!"Филология факультетының коридорынан үтеп барғанда үкһеп илап торған бер ҡыҙҙы осраттым.
– Ниңә улай бөтөрөнәһең?
– Харап булдым инде былай булғас, күпме тырышлығым юҡҡа сыҡты. Уҡыуҙан ҡыуалар инде...
Йәл булып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 485 тапҡыр // Тотош уҡырға
Исемле йыл үҙен аҡлармы? “Һинд киноһы килә” тигән һөйөнөслө яңылыҡ ҙур ауылыбыҙға йәшен тиҙлегендә таралды. Ғәжәп, әле афиша эленмәгән дә, ә барса халыҡ был турала хәбәрҙар. Магазинда йә клубта тиһеңме, көтөү ҡаршылағанда булһынмы, олоһоноң да, кесеһенең дә телендә – әле күрһәтелмәгән ошо фильм. Айырыуса бисә-сәсә ныҡ сурыта, арттырып та ебәрә. Исемен дә белгәндәр – “Бейе, бейе”. Ә быға тиклем “Диско бейеүсе”, “Етем”, “Ялҡау”, “Зита менән Гита” һәм башҡа шуның ише тетрәндергес киноларҙы ҡарағас, алда торған тамашаның да ифрат шәп булырына өмөт итәбеҙ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1007 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡустыға  эш эҙләйбеҙ! Ҡустыға эш эҙләп арманһыҙ булдыҡ бит, әй. Ҡайһыһына тиһегеҙме? Ана, теге Яланлы ауылы бар бит әле, шунда йәшәгән һеңлемдең улы инде. Эйе, эйе, уҡытыусылыҡҡа уҡығаны! Тәүҙә ата-әсәһенең духтыр иткеһе бик килгәйне лә, балың етмәй, тип кире борҙолар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 802 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғырҙар тауар түгел, Күңелдәр баҙар түгел...Ишетелә алыҫтарҙан
Әллә шиғыр, әллә аҙан.
Саҡырғандай була тауы
Ниндәйҙер фарыз намаҙға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 37 Алға
Бит башына