Битарафлығыбыҙ  сиктән ашманымы? Тыуған еребеҙгә тағы яҙ килде, тәбиғәттең йәш, матур сағы. Май айы айырыуса күркәм. Был осорҙа, ҡабатланмаҫ гүзәллеккә өҫтәп, кешеләр үҙҙәре лә тирә-яғын нисектер биҙәргә тырыша. Һәр кемдә яралһын ине лә һуң яҡты уйҙар, изге теләктәр… Әйләнә-тирәбеҙҙең таҙалығы – ярты иманыбыҙ ҙабаһа. Ул фәҡәт үҙебеҙгә бәйле. Был – һәр кемдең ҡулынан килә торған изге һәм сауаплы эш. Үҙебеҙ йәшәгән, ялдарға һәм байрамдарға йыш ҡына ҡайтып йөрөгән төйәгебеҙҙең йөҙө – күңелебеҙ көҙгөһө ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 379 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡулыма ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған 19 битлек баҫма килеп эләккәс, ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Тәүге өлөшө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ, әммә 3-сө биттән барыһы ла аңлашылып тора. Һуңында “Ғәлимйән Баруни” тип авторы күрһәтелгән. Ғәлимйән Баруни (1857–1921) – Зәйнулла Рәсүлевтең уҡыусыһы, күренекле сәйәсмән, “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһе етәксеһе, “Әд-дин үә әл әҙәб” дини-әхлаҡи гәзитен ойоштороусы. Ул илен, халҡын һөйгән кеше тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған, ислам дине нигеҙҙәренә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйтеп ҡалдырған ҡанундарға таянып әхлаҡ, әҙәп тураһында мәҡәләләр, китаптар баҫтырған. Ошо тарихи шәхестең фәһемле һүҙҙәрен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 573 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан”дың быйылғы 19 апрель һанында Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Юлай Тойғонов, беҙҙең “Себенлеме, Суби-Меңме?” тигән мәҡәләгә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашып, үҙ ауылының тарихы тураһында ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр килтереп үткәйне. Быныһы бик хуп, әлбиттә. Әммә авторҙың: “Рәшит әфәнде әйтеүенсә, Ейәнсура районындағы яңы Себенле ауылының исеме “суби” этнонимына барып тоташа… Был фекер менән бер нисек тә килешә алмайым”, – тип раҫлауы беҙҙе аптырашта ҡалдырҙы, сөнки беҙҙең мәҡәләлә “Яңы Себенле ауылының исеме “суби” этнонимына барып тоташа” тип әйтелмәгән дәбаһа, унда Чебенка тигән йылға атамалары тураһында һүҙ бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 408 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдең иң ҙур хазинаһы Һәр халыҡтың, һәр илдең иң ҙур хазинаһы быуындан быуынға тупланған алтын күләме йәки һумдар, долларҙар һаны менән түгел, ә китаптары менән билдәләнә. Дәүләттең төп байлығы – атаҡлы банктар түгел, ә атаҡлы китапханалар. Һәр ҡалалағы иң бай йорт – эре-эре банктар түгел, ә ошондағы китапханалар ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
Закуан Әхмәтов: “Кешеләрсә мөнәсәбәткә  ни етә!” Закуан ағай хаҡында тәүге тапҡыр 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағында ишеттем. Спортсы, көслө рухлы ағай хаҡында һөйләйҙәр ине, әммә ул бынан байтаҡ йылдар элек белем алып сыҡҡас, үҙен уҡыған осорҙа күрергә насип булманы. Уның низағтарҙа милли мәсьәләләргә ҡағылышлы бәхәстәрҙе лә егеттәрсә хәл иткәне тураһында ла миҫал килтерҙеләр. “Йәшлек” гәзитендә эшләгәндәге тәүге командировкаларымдың береһе Әлшәй районына булды. Шунда таныштым яҡташым, миһырбанлы йөрәкле, ҡайһы бер хакимиәт эшмәкәрҙәренә хас булмағанса һиҙгер күңелле шәхес, бына инде нисәмә йыл Әлшәй районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Закуан Зөфәр улы Әхмәтов менән. Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек, тиҙәр. Һәр эште еренә еткереп атҡарған, яҡташтарының ғына түгел, мөрәжәғәт иткән һәр кемдең үтенесен тәрән аңлап, хәленә инергә тырышҡан етәксе менән әңгәмә ҡорам тигәнемә лә ике тиҫтә йыл үтеп китә яҙған. Ул арала ниндәй генә һынауҙар үтмәне Закуан Зөфәр улының башынан! Әммә ул һаман элеккесә – егеттәрсә дәрт, күңел зирәклеге менән ҡаршылай тыуыр көндәрен. Нисәмә йыл ниәт итеп йөрөткән әңгәмәбеҙҙә дәүер, замандаштар, шәхси кисерештәр хаҡында һөйләшәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһамға – илһамлы сәм Өзләү буйынса Бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашырға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 34 кеше теләк белдергән. Улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Тверь, Вологда, Архангел өлкәләренән, Удмурт, Коми, Мордва, Карелия республикаларынан солистар һәм ижади коллективтар (йәмғеһе 200 кеше) бар. Башҡортостан исеменән Илһам Байбулдин сығыш яһаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 446 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихсының тарихи фиҙакәрлеге Ошо көндәрҙә абруйлы йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәриповтың 75 йәшлек юбилейына арнап “Башҡортостандың мәҙәниәте, археологияһы, этнологияһы һәм тарихы проблемалары” тигән конференция уҙғарылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 395 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мурҙа– Ошо Рәйел ҡәйнеш бәләкәй сағынан иртә торҙо. Ана, ҡултығына әллә нимә ҡыҫтырып, Ҡыҙыл яғынан килеп инеп тә китте, – ти әсәйем.
Уға атайымдың тауышы ҡушылды:
– Ә-ә, ул талға барған бит. Берәй нәмә үрергә булғандыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 471 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Балалар, бөгөнгө контроль эш бик мөһим. Уға ҡуйылған билдә сиреккә сығасаҡ. – Фәниә Әхтәмовна класҡа ҡарап шулай тине лә таҡтаға күнегеүҙәрҙең бирелешен яҙа башланы. Уҡыусылар дәррәү эшкә тотондо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 372 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хазина, тиҙәр, хазина...
Ҡалай була икән ул?
Әллә беҙ үҙебеҙ шундай
Хазиналар микән ул?
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 37 Алға
Бит башына