Тыуыр бала, йырланыр йыр өсөн...

29-06-2016, 06:15 // Анонстар // Баҫып сығарырға
Тыуыр бала, йырланыр йыр өсөн...Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика перинаталь үҙәген төҙөү барышын тикшерҙе. Әйткәндәй, яңы бина 2011–2016 йылдарға иҫәпләнгән һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу программаһына ярашлы һалынды.


Һуңғы йылдарҙа әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау мәсьә­ләләренә иғтибар ныҡ артты. Билдәле: был илебеҙҙәге демо­график хәлдең ҡырҡыу­ла­шы­уы­на бәйле. Ни генә тиһәң дә, һәр осраҡта әсә менән баланың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу йәһә­тенән заманса ҡорамал­дарҙың файҙаһы ҙур. Әле һаулыҡ һаҡ­лауҙы модернизациялау про­граммаһы әҙерлән­гән ваҡытта уҡ бала табыу йорттарын йы­һаз­ландырыу, етлек­мәгән са­быйҙарҙы хәстәрләүҙе ойоштороу, лаборатория-диагностика бүлек­тәре асыу, балалар поликлиникаларын арттырыу, “Ашығыс медицина ярҙамы” хеҙмәт­тәренә иғтибарҙы кө­сәйтеү тураһында һүҙ ҡуҙға­тылғайны. Һәм 2014 йылда Башҡортостан етәкселеге, Рә­сәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министр­лығы һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды араһында Республика перинаталь үҙәген төҙөп файҙаланыуға тапшырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шул уҡ йылда проект-смета документтары тө­ҙөлдө, объектты һалыуға ер бүленде һәм башҡа тейешле шарттар үтәлде.
Ошо көндәрҙә әлеге үҙәкте сафҡа индереү мәсьәләһе ҡарала ине. Тик республика Башлығы, бинаны ентекле тикшергәс, ҡайһы бер етди етешһеҙлектәрен тапты һәм яуаплы кешеләрҙе шелтәләне, хаталарҙы төҙәтеүгә бер ай ваҡыт бирҙе.
Перинаталь үҙәк 130 койка-урынға иҫәпләнгән һәм проблемалы йөклөлөк, яңы һәм ет­лек­мәй тыуғандарҙың пато­логияһы, акушер-физиологик һәм гинекологик бүлектәрҙән то­расаҡ. Медицина ярҙамын 62 табип һәм 50 урта медицина хеҙ­мәткәре күрһәтергә тейеш. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: дөйөм майҙаны 24 мең 322,1 квадрат метр тәшкил иткән сә­ләмәтлек йортона килеүсе­ләрҙе бала тотҡан ир менән ҡатын һәйкәле сәләмләп торасаҡ.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.