Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ебәк юлы” буйлап: үткәндәрҙән – киләсәккә
“Ебәк юлы” буйлап: үткәндәрҙән – киләсәккә
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа халыҡ-ара, донъя кимәлендәге төрлө саралар күп уҙғарыла. Мәҫәлән, ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттарынан алып халыҡ-ара сәнғәт фестивале “Евразия йөрәге”нә тиклем. Бына әлеге көндәрҙә лә Башҡортостан халыҡ-ара “Ебәк юлы-2016” раллиһы ҡатнашыусыларын ҡаршыланы.


Был ярыштың тарихы 2009 йылда башлана. Сентябрь айында өс ил президенттары башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы, Ҡаҙағстан һәм Төркмәнстан биләмәләре буйлап беренсе тапҡыр уҙғарыла ул. Раллиҙың маршрутын билдәләү һәм Бөйөк ебәк юлы буйында ятҡан илдәрҙе берләштереү маҡсатында ойошторолғаны өсөн уны “Ебәк юлы” тип исемләйҙәр.
Спорт йәмәғәтселеге 2011 йылда был ярышты әһәмиәте буйынса икенсе урынға (легендар “Париж – Дакар” раллиһынан һуң) ҡуйҙы. Был һығымтаға улар маршруттың төрлөлөгө һәм оҙонлоғо, ҡатнашыусылар һаны, ойоштороу структураһы һәм киң мәғлүмәт сараларының уның менән ҡыҙыҡһыныу кеүек факторҙарҙы анализлау рәүешендә килгән.
Ралли, ғәҙәттә, ете-туғыҙ этапта уҙғарыла. Уның дөйөм дистанцияһы тиҫтә меңгә яҡын километр тәшкил итә, шуның ике-өс меңе – махсуслаштырылған арауыҡтар.
Быйыл халыҡ-ара “Ебәк юлы-2016” раллиһы алтынсы тапҡыр үтә. Ул 8 июлдә Ҡыҙыл майҙанда старт алһа, 24 июлдә Пекинда Тяньаньмэнь майҙанында тамамланасаҡ. Ярыштың дөйөм оҙонлоғо 10735 километр тәшкил итә, уны пилоттарға ике аҙна ярым эсендә үтергә кәрәк. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл ҡатнашыусылар өсөн үҙенсәлекле трасса әҙерләнгән. Уларҙы сикһеҙ Рәсәй һәм ҡаҙаҡ далалары, бормалы-бормалы текә тау юлдары, бейек-бейек ҡом өйөмдәре көтә.
Ҡатнашыусылар каруаны Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың һәм Ҡытайҙың ун биш ҡалаһынан үтәсәк. Улар араһында баш ҡалабыҙ Өфөнөң дә булыуы бик ҡыуаныслы.
Ярыштың “Башҡортостан киңлеге” тип аталған икенсе этабы 10-11 июлдә беренсе тапҡыр республикабыҙ буйлап уҙҙы. Ҡатнашыусылар Татарстандың Миңзәлә ҡалаһы яғынан килеп инде һәм халыҡ-ара “Өфө” аэропортына юл тотто, сөнки уларҙың туҡталышы тап шунда ине.
Ҡунаҡтарҙы һәм уларҙың машиналарын күреп ҡалырға тирә-яҡтан бик күп халыҡ йыйылғайны. Кисен барыһы өсөн йәмле концерт программаһы ойошторолдо. “Байрам” халыҡ бейеү ансамбле, “Премьер” төркөмө һәм башҡа үҙешмәкәр артистар сығыш яһаны.
Өфө аэропорты янында урынлашҡан “Ебәк юлы-2016” ярышында ҡатнашыусыларҙың палаткалар лагерын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов барып күрҙе.
Ул “Ебәк юлы” проекты директоры, ете тапҡыр “Дакар” раллиһында йөк машиналары төркөмөндә еңгән Владимир Чагин менән осрашты, бергәләп командалар урынлашҡан урында спортсылар менән аралаштылар, ярышта ҡатнашҡан техниканы ҡаранылар.
Рөстәм Хәмитов раллиҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
– Үҙегеҙҙе өйҙәге кеүек хис итеп, ҡалған юлды үтергә көс йыйыуығыҙ өсөн яҡшы әҙерләндек. Беҙҙә тәбиғәт хозур, бейек тауҙар күп. Барығыҙ ҙа Европа менән Азия сиген үтеүҙе ләззәтләнеп көтәһегеҙҙер, – тине.
Әйткәндәй, быйыл раллиҙа, дөйөм алғанда, төрлө еңел һәм йөк машиналарында 39 илдән 130 экипаж ҡатнаша. Ярышта Рәсәй данын биш “КамАЗ” экипажы яҡлаясаҡ. “Ебәк юлы” буйлап: үткәндәрҙән – киләсәккә
Башҡортостандағы ярыш этабының оҙонлоғо – 4,2 километр. Трасса Учалы районының Беренсе Май ауылы янында урынлашҡан. Уға барып еткәнсе Ер шарының төрлө мөйөшөнән килгән ҡатнашыусылар күңелендә Башҡортостан тәбиғәте, Көньяҡ Урал тауҙары онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр, моғайын. Ошо рәүештә үткәрелгән саралар республикабыҙҙы донъяла танытыуға, туризмды үҫтереүгә яҡшы йоғонто яһарына иманым камил.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радик Юлъякшин да килә

Радик Юлъякшин да килә 05.02.2019 // Анонстар

6 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың Хәтер кисәһе үтә....

Тотош уҡырға 173

Ғабдрахман Ҡадировтың мотоциклын күрергә килегеҙ

Ғабдрахман Ҡадировтың мотоциклын күрергә килегеҙ 09.01.2019 // Анонстар

29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында “Башҡортостандың 100 исеме” проекты сиктәрендә “Тәүге...

Тотош уҡырға 181

Рок тере. Мәннән дә тере

Рок тере. Мәннән дә тере 14.12.2018 // Анонстар

Башҡорт рок-музыка яратыусылары йәнә Өфөлә “Урал батыр” республика фестивалендә йыйыласаҡ. Икенсе...

Тотош уҡырға 236

Телевидениела – “Тракторсы мөхәббәте”

Телевидениела – “Тракторсы мөхәббәте” 26.10.2018 // Анонстар

Башҡортостан юлдаш телеканалы “Тракторсы мөхәббәте” тигән ҡаҙаҡ киносериалын күрһәтә....

Тотош уҡырға 221

Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт

Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт 22.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Байрамса кейенгән, йөҙҙәрендә нур балҡыған, ҡараштарынан изгелек бөркөлгән ҡәрҙәштәребеҙ иртә менән...

Тотош уҡырға 341

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк 21.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Нуриман районының Иҫке Күл ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына...

Тотош уҡырға 326

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды 17.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Тантанала республика Башлығы...

Тотош уҡырға 384

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ!

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ! 16.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Боланут (иван-чай) хаҡында күптәрҙең ишеткәне бар. Интернет селтәрендә лә был шифалы эсемлектең...

Тотош уҡырға 458

Ергә эйелергә йыбанмаһаң...

Ергә эйелергә йыбанмаһаң... 15.08.2018 // Эшҡыуар / Анонстар

Илле дүрт сутый баҡса. Аҙмы был, күпме? Йөҙәр гектар баҫыуҙарҙа эш иткәндәргә бындай ҙурлыҡтағы...

Тотош уҡырға 444

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә 14.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Баш ҡалабыҙ Өфөлә сираттағы Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә 600-ҙән ашыу...

Тотош уҡырға 377

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр 10.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Байрам алдынан төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың...

Тотош уҡырға 403

Күрһәтерлек өлгө бар

Күрһәтерлек өлгө бар 08.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында ураҡ барышы менән танышты,...

Тотош уҡырға 347