Сабыр бул, Санкт-Петербург...

5-04-2017, 08:45 // Анонстар // Баҫып сығарырға
Сабыр бул, Санкт-Петербург...Был Путинға, уның командаһына ҡаршы асыҡтан-асыҡ янау булдымы, әллә Рәсәйҙең сәйәси идеологияһына протест билдәһеме... Юҡ, был вәхшилек, ғөмүмән, аңлы кешелеккә һәм бер ғәйепһеҙ ябай граждандарға ҡаршы ҡылынған ғәмәл. Айырыуса аяныс, улар араһында өс бала ла бар. 3 апрель... Санкт-Петербург...


Был көндө ил етәксеһе үҙе лә төньяҡ баш ҡалала ине. “Бөтә Рәсәй халыҡ фронты” медиафорумына килгән. Шуға ла фажиғәнең тап Президент булған ҡалала теркәлеүе осраҡлы ваҡиғамы, Сабыр бул, Санкт-Петербург...әллә махсус ойошторолған террор актымы — әйтеүе ҡыйын. Путин бөгөн Мәскәүҙә, иртәгә Арктикала, тигәндәй. Әммә һүҙ был хаҡта түгел. Һүҙ әлеге лә баяғы хәүефһеҙлек тураһында. Нисектер шулай күнегелгән, беҙҙә хәүефһеҙлек мәсьәләһе фажиғә булған көндө һәм унан һуң аҙмы-күпме ваҡытҡа ғына көн ҡаҙағында ҡала. Шартлау яңғыраһа... Халыҡ күпләп йөрөгән урындарға полицейскийҙар баҫтырып ҡуялар, тикшереү эштәре башлана, шиклеләрҙе аҙым-һайын туҡтаталар, документтарын барлайҙар... Шартлау яңғыраһа... Яңғырамаһа, йәнә оноталар. Был осраҡта ла бит кемдер ул шартлатҡысты метроға алып төшкән, турникеттар, металлодетекторҙар аша үткәргән. Бәлки, шартлатҡыс һалынған сумкаһын вагондар араһында (ундай версия ла өйрәнелә) ҡалдырып та киткәндер. Бәлки, ул террорсы-үлемдар халыҡ араһында йөрөгәндер. Шартлатҡыстар хатта бер-икәү генә лә түгел, ә өсәү булған тип тә яҙалар. Һорауҙар әлегә асыҡ ҡала. Ә иң тетрәндергәне, тимәк, көнөнә миллионлаған пассажирҙы хеҙмәтләндергән метрополитенға кем теләй шул кереп, нимә теләй шуны индерә ала булып сыға... Һаман хаталарҙан өйрәнмәйбеҙ. Париж... Ливия... Мысыр... Төркиә... Брюссель... Һәм, бөгөн килеп, Санкт-Петербург... Исемлектең иртәгә ниндәй ил, ҡала менән тулыланырын күҙаллауы ла ҡурҡыныс.Сабыр бул, Санкт-Петербург...
Шартлау дүшәмбе көндө урындағы ваҡыт менән көндөҙгө өстәр тирәһендә була. Бомба “Сенная майҙаны” һәм “Технологик институт” станциялары аралығында вагонда шартлай. Һөҙөмтәлә 11 кеше һәләк була, 50-нән ашыуы йәрәхәтләнгән. Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, был ваҡиға теракт ғәмәле булараҡ билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта башҡа версиялар ҙа ҡарала.
Ғөмүмән, фажиғәгә ҡағылышлы мәғлүмәттәр төрлө, һәм улар сәғәт һайын тиерлек үҙгәреп тора. Ҡайһы бер социаль селтәрҙәр, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәренә нигеҙләнеп, терактты Ҡырғыҙстанда тыуған, хәҙерге көндә Рәсәй гражданы булған кеше башҡарған, тип бара. Сабыр бул, Санкт-Петербург...Икенсе мәғлүмәт үҙәктәре иһә фажиғәне террорсы-үлемдарға йөкмәтә. “Уның шәхесе асыҡланған. Ул Урта Азия кешеһе”, тип тә яҙалар. Ҡыҫҡаһы, әлегә аныҡ ҡына факттарға нигеҙләнеп һүҙ йөрөтөү ауыр... Уның ҡарауы, Петербург халҡының берҙәмлеге һәм ихласлығы хайран итә. Тәүге минуттарҙан уҡ бер-береңә теләктәшлек күрһәтеү, ярҙам ҡулы һуҙыу, хатта таксистарҙың да пассажирҙарҙы бушлай ташыуы, ҡала буйлап өҫтәмә махсус автобустар йөрөүе — былар барыһы ла ихтирам һәм иғтибар билдәһе.
Ул арала Интернеттағы яңылыҡтар таҫмаһында яңы һандар... Мәрхүмдәрҙең һаны 14-кә еткән... Сабыр бул, Питер....

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Петербург метроһында шартлау һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Санкт-Петербург губернаторы Георгий Полтавченко исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:
“Башҡортостан Республикаһы исеменән һәм шәхсән үҙем Петербург метрополитенында шартлауҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашам. Фажиғә хаҡындағы хәбәр республикабыҙ халҡын тетрәтте. Петербургтар менән бергә ҡайғырабыҙ. Зыян күргәндәрҙең тиҙ арала һауығыуын теләйбеҙ. Ауыр мәлдә сабырлыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән”.