Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Орленок”ка килегеҙ!
Лагерҙа балаларҙың һәр көнө файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үтә

“Орленок”ка килегеҙ!Йәй етеү менән балалар йә ауылдағы олатаһы-өләсәһе янына, йә диңгеҙ буйҙарына, йә һауыҡтырыу лагерҙарына ашҡына.

Йәмле Стәрлебаш районында ойошторолған “Орленок” лагерында ла балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Лагерь өс сменала эшләй. 1 июлдән икенсе смена үҙ эшен башлаған да инде. Балалар ай дауамында йәмле тәбиғәт ҡосағында саф һауа һулап, әүҙем ял итеп, ижади һәләттәрен үҫтереп, спорт менән шөғөлләнәсәк, һаулыҡтарын нығытасаҡ. Ошо маҡсатта махсус программа ла төҙөлгән. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һәр көнө яңы асыштар, сәйәхәттәр, уйындар, ҡыҙыҡлы ял итеү саралары менән үрелеп бара. Ата-әсәләр көнө лә эшләй. Лагерь директоры Руслан Мурзин әйтеүенсә, йәй дауамында ете йәштән ун биш йәшкә тиклемге 350 баланың ял итеүе көтөлә.
Туҡланыу ҙа яҡшы ойошторолған. Көнөнә алты тапҡыр ашаталар. Ашхана ҙур. Ашнаҡсыларҙың тәмле аштары телеңде йоторлоҡ.
Лагерҙа республика саралары ла ойошторола. Быйыл май айында, мәҫәлән, вожатыйҙар өсөн семинарҙар үткән.
“Орленок”ка башлыса райондан, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан киләләр. Балалар менән үҙ эштәренә яуаплы ҡараған, район мәғариф бүлегенән тәҡдим ителгән 14 педагог шөғөлләнә. Йәйге лагерь район үҙәгенә яҡын урынлашыуы, ял итеү объекттарына тиклем асфальт юл булыуы менән дә уңайлы. Ҡарағай урманы араһында урынлашҡан “Орленок”та хатта тын алыуы ла еңел, рәхәт. Шуға ла бында һәр кем ашҡынып килә, рәхәтләнеп ял итә, һаулығын нығыта, көс туплай.

Стәрлебаш районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт

Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт 22.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Байрамса кейенгән, йөҙҙәрендә нур балҡыған, ҡараштарынан изгелек бөркөлгән ҡәрҙәштәребеҙ иртә менән...

Тотош уҡырға 146

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк 21.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Нуриман районының Иҫке Күл ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына...

Тотош уҡырға 122

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды 17.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Тантанала республика Башлығы...

Тотош уҡырға 188

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ!

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ! 16.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Боланут (иван-чай) хаҡында күптәрҙең ишеткәне бар. Интернет селтәрендә лә был шифалы эсемлектең...

Тотош уҡырға 258

Ергә эйелергә йыбанмаһаң...

Ергә эйелергә йыбанмаһаң... 15.08.2018 // Эшҡыуар / Анонстар

Илле дүрт сутый баҡса. Аҙмы был, күпме? Йөҙәр гектар баҫыуҙарҙа эш иткәндәргә бындай ҙурлыҡтағы...

Тотош уҡырға 210

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә 14.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Баш ҡалабыҙ Өфөлә сираттағы Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә 600-ҙән ашыу...

Тотош уҡырға 180

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр 10.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Байрам алдынан төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың...

Тотош уҡырға 217

Күрһәтерлек өлгө бар

Күрһәтерлек өлгө бар 08.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында ураҡ барышы менән танышты,...

Тотош уҡырға 158

Хеҙмәтебеҙ табыш килтерһен

Хеҙмәтебеҙ табыш килтерһен 03.08.2018 // Эшҡыуар / Анонстар

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районында булды “Артемида” йәмғиәтенең...

Тотош уҡырға 167

Рәхәтләнеп уйнар саҡ

Рәхәтләнеп уйнар саҡ 01.08.2018 // Анонстар / Матур үтһен ялығыҙ

Республикала балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен өсөн күп көс һалына Балаларҙың шат тауышы, ихлас...

Тотош уҡырға 233

Сәм һәм дәрт менән

Сәм һәм дәрт менән 31.07.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Ауырғазы районы хужалыҡтары мал аҙығы хәстәрләүгә етди тотонған Берәүҙәре сенаж соҡорҙарын тиҙерәк...

Тотош уҡырға 186

Уңғандарға дәүләт тә ярҙам итә

Уңғандарға дәүләт тә ярҙам итә 27.07.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Раевка ҡасабаһы эргәһендә яңы ҡалҡып сыҡҡан биҫтәлә бер йорт алыҫтан уҡ күркәм булып күренеп тора....

Тотош уҡырға 592