Рөстәм Хәмитов: “Мәҙәниәт йылы дауам итә”09.12.2014
  Рөстәм Хәмитов: “Мәҙәниәт йылы дауам итә” Президент Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ҡыштың ҡар-бурандары ҡапыл ғына килеп еткән кеүек, Мәҙәниәт йылын ябыу байрамы ла декабрь башында ойошторолоуы менән ғәжәп тойолдо. “Башҡортостан” дәүләт концерт залын асыу тантанаһының әле төҙөлөш эштәре тамамланып та бөтмәгән бинала үткәрелеүе лә йыйылған мәҙәниәт әһелдәрендә, хакимиәт башлыҡтарында, журналистарҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр.

Республика исемендәге мөһабәт мәҙәниәт усағының сафҡа инеүе – ҙур ваҡиға. Үҙенең сығышында Рөстәм Зәки улы ла был хаҡта әйтеп китте. Ул шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе рәссамдарға, музыканттарға, педагог­тарға, артистарға республиканың юғары наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында халыҡ артисы исемен алған Азамат Ғафаров, атҡаҙанған артист исеменә лайыҡ булған билдәле йырсы Хәсән Усманов, актриса Фирүзә Аллаярова ла бар ине.
“Киләһе йыл – Әҙәбиәт йылы. Ул үҙе үк Мәҙәниәт йылының дауамы кеүек. Таҙа, саф сүрәтендә. 2015 йылды әҙәбиәт үҙенсәлекле мәғәнә менән тултыра”, – тип тамамланы республика етәксеһе сығышын.
Байрамдың тәүге өлөшөндә мә­ҙәниәт министры Әминә Шафиҡова театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкә­ләрендә 2014 йылда лайыҡлы тип табылған ижади эштәргә Президент грантын тапшырҙы. Матбуғатта исем­дәре даими телгә алынған Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Башҡортостан” дәүләт киностудияһы, сара уҙғарылған “Башҡортостан” дәүләт концерт залы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм башҡа бик күп ижади коллективтарға диплом тапшырылды.
  Рөстәм Хәмитов: “Мәҙәниәт йылы дауам итә”Республиканың муниципаль берә­мектәре буйлап уҙған “Башҡорт­остандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафонының еңеүселәре лә ошонда уҡ тәбрикләнде. Гран-приға – Өфө ҡалаһы, 1-се урынға – Борай, 2-се урынға – Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, 3-сө урынға Күгәрсен, Хәйбулла, Ишембай райондары лайыҡ булды. “Системалы ҡараш һәм мәҙәниәт учреждение­ларының матди-техник базаһын үҫте­реүгә ҙур өлөш индереү”, “Баш­ҡорт­­остандың мәҙәни ваҡиғаһы”, “Төбәктең мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш” һәм башҡа тиҫтәнән ашыу номинацияла еңеүселәр бүләкләнде. Иң шәп район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары асыҡланған “Клуб*- ok XXI” республика конкурсының еңеүселәре лә сыҡты был көндө сәхнәгә. Балаҡатай районының Ҡарлыхан ауыл мәҙәниәт йорто гран-приға лайыҡ булды (етәк­селәре – Е. Зөбәйерова). Башҡорт­остан Республикаһының “Модель мәҙә­ниәт йорто” исеме Дыуан районының Ярослав, Илеш районының Иҫке Ҡырғыҙ һәм Үрге Йәркәй, Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский, Өфө районының Михайловка, Ейән­сура районының Иҫәнғол ауыл­дарындағы мәҙәниәт йорттарына бирелде.
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда уҙған Мәҙәниәт йылына арналған концертта республиканың бик күп төбәктәренән таланттар ҡатнашты. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт ака­демияһы студенты Гөлнара Вәлиева “Таштуғай” йыры менән кисәне асып ебәрҙе. Әбйәлил, Әлшәй, Дәүләкән, Баймаҡ, Йылайыр, Туймазы, Бүздәк, Шишмә һәм башҡа райондарҙың ҡурайсылары, ҡумыҙсылары, думбырасылары, ҡыл-ҡумыҙсылары сәхнәлә ҙур тамаша ҡорҙо. Бейеүселәр ҙә ошондай уҡ ҙур блок булып, төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарҙы. Рус, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва халыҡтары ижадын сағылдырған бүлектәрҙә һәр халыҡтың сәнғәт мираҫы сағылды. Балалар, йәштәр ижады айырым сағылыш тапты кисәлә. Заманса алымдар менән яңы быуат ауаздары ла ишетелде. Йәш, әммә танылған ижадсылар Диләрә Иҙрисова менән Руслан Сәйфетдиновтың сығышы көслө алҡыштарға күмелде. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле республиканың исемен билдәләгән халыҡҡа, дәүләткә дан йырлауы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Кисәнең аҫаба халыҡтың ҙур шағиры Ш. Бабичтың “Башҡортостан – Гөлбостан” әҫәре менән тамамланыуы башҡорт атлы арыҫландар иленә мәҙхиә йырлау тип ҡабул ителде.
Мәҙәниәт йылына йомғаҡ яһалды, Әҙәбиәт йылында ла шағирҙары, яҙыусылары менән иле рухын ҙур­лаһын, халҡы ҡеүәтен арттырһын Башҡортостан!




Вернуться назад

Яндекс.Метрика