Главная > Анонстар, Рухиәт > Ҡарас сәсән рухын ҡыуандырып

Ҡарас сәсән рухын ҡыуандырып


21-03-2017, 03:59. Разместил: adminka
Ҡарас сәсән рухын ҡыуандырып Сәсән әйтһә – һүҙ булыр, ил төкөрһә – күл булыр, ти халыҡ мәҡәле. Учалы районының Уральск ҡасабаһында үткән Ҡарас сәсән исемендәге традицион уҡ атыу бәйгеһе – ошоға асыҡ миҫал. “Мәргән уҡсы” фестиваленән йүнәлеш алып, бер йыл эсендә республикала өсөнсө тапҡыр үткәрелгән был күркәм һәм мәртәбәле сара милли кәсеп-шөғөлдәрҙе тәрәндән өйрәнеү менән бергә халыҡ батырҙарын һәм сәсәндәрен хөрмәтләгән Учалы районы халҡына, Башҡортостанда һәм сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ҡеүәт булды.
Сара Учалы районы йәмә­ғәтселеге, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тари­хи клубы һәм “Башҡорт­ос­тан” гәзите тарафы­нан ойошторолдо. Башта район күлә­мендә үтә­сәк сара була­раҡ күҙалланған бәйге, ярай­һы уҡ ҙур киңлеккә сығып, республика­быҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан, күрше өлкәнән 50-нән артыҡ уҡ атыусыны йыйҙы. Һөҙөм­тә­лә ярышта Учалы, Әбйәлил, Ғафури, Бөрйән, Хәйбулла ра­йондарынан, Сибай һәм Өфө ҡала­ларынан, күрше Силәбе өлкәһенән мәргәндәр ҡатнашты.
Йәмле Байрамғол ерендә йыйылғандарҙы Уральск ҡа­са­баһы халҡы һәм Учалы ра­йоны­ның “Ләйсән” халыҡ бе­йеү­ҙәре ансамбле сәләмлә­не.
Бәйгенең шарттары буйынса, традицион уҡ атыу турниры өс өлөштән торҙо. Ир-егет­тәр 27 һәм 25, ҡатын-ҡыҙҙар 20 һәм 15 метр алыҫ­лыҡта урынлашҡан сәптәргә атты. Бәйге сиктәрендә Учалы районы уҡсылары өсөн беренселек тә уҙғарылды. Яңы йөҙ­ҙәрҙе күреү ҡыуаныслы булды. Ир-егеттәр менән бергә 11 гүзәл заттың да ҡатнашыуы сараға йәм-матурлыҡ өҫтәне.
Ҡарас сәсән рухын ҡыуандырып Беренсе һөҙөмтәләр буйынса бәйгенең икенсе өлө­шө­нә Өфө һәм Сибай ҡалаһы, Ғафури, Бөрйән, Учалы ра­йондарынан ун ике иң көслө мәргән сыҡты. Улар араһында күп мәрәй йыйған Өфөнән Алһыу Кинйәбаеваның да (һулдағы һүрәттә) булыуы шатландырҙы. Саялығы менән дә, мәргәнлеге менән дә бар майҙанды һоҡлан­дырҙы юрматы ҡыҙы. Бил­дәләнгән алыҫлыҡтан ябай сәпкә атты мәргәндәр.
Ниһайәт, сираттағы һынау­ҙы уңышлы үткән мәр­гәндәрҙең-мәргәндәре бәй­генең өсөнсө финал өлө­шөндә беренселек өсөн сәпкә уҡ төбәне. Быуындан быуынға күсеп килгән был шөғөлдө ҙурлаған, ҡанында булған рух-сәм менән ҡанатланған, үҙ тырышлығының емешен ҡайһы мәргән татыр? Тамашасылар берсә мәргәндәрҙе ҡеүәтләп, берсә тын ҡалып, сәптәрҙән күҙен алмай, бәйгенең ни менән тамамланырын көттө.
Ниһайәт, иң мәргән уҡсы­лар исемен яула­ғандар билдәләнде. Бына еңеү­селәр: I урынды Учалы егете Руслан Әхмәҙиев алһа, Бөрйән районынан Сынбулат Юлбирҙин – II урында, Сибай ҡалаһынан Рөстәм Таһиров III урынға сыҡты. Еңеүселәр 10 мең, 6 мең, 4 мең күлә­мен­дәге аҡсалата премия менән бүләкләнде. “Башҡортостан” гәзите тарафынан әҙерләнгән махсус приз иһә Ғафури районы егете Илшат Хәбибул­линға (уңдағы һүрәттә) тапшырылды.

(Ҡарас сәсән исемендәге асыҡ республика традицион уҡ атыу бәйгеһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте гәзит­тең киләһе һанында уҡығыҙ).

Вернуться назад