Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2023, 22:00

Гүзәл Уразова бишенсегә бәпес табырға йыйынамы?

Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.  

Гүзәл Уразова бишенсегә бәпес табырға йыйынамы?
Гүзәл Уразова бишенсегә бәпес табырға йыйынамы?

Билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Гүзәл Уразова социаль селтәрҙәге төркөмөндә ҡыҙыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

“Уйламаған инем тағы бер йылға ял алырмын тип. Илдар менән бөгөн шундай ҡарарға килдек. Булғас-булғас, биш булһын инде. Майға ҡәҙәр эшләйбеҙ әле. Өфөлә тағы ике өҫтәмә концертҡа билеттар һатыуға сыҡты. Киләһе йыл тағы минең Әсәй йылы буласаҡ. 20 йыллыҡ юбилей концертын Ҡазанда 16000, Өфөлә 12000, Мәскәүҙә 7000 кеше ҡараны. Был беҙҙең өсөн бик ҙур дәрәжә. Рәхмәт һеҙгә!” – тип яҙҙы Гүзәл Уразова.

Йырсының төркөмөнә яҙылыусылар был хәбәрҙең дөрөҫ булыу-булмауын фаразлай, сөнки Гүзәл уны кисә, 1 апрелдә, йәғни Көлкө көнөндә ҡуйҙы. Шуға күрә кемдер быны 1 апрель шаяртыуы тип ҡабул итте, ә икенселәр “кеше ундай яңылыҡ менән шаярмай, ысындыр” тип, йырсыны ихлас күңелдән ҡотлап, бишенсегә бәпес алып ҡайтыу ниәтен хупланы.

Фото: tatar-duslyk.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: