Яратҡан йырсыбыҙ Лилиә Биктимерова Фәдис Ғәниев менән танышыу тарихын һөйләгән.
“2000 йылда училище тамамлағандан һуң эшкә урынлашырға тип филармонияға килдем. Фәдис Ғәниевкә уның төркөмөндә йырлағым килә тинем. Тик ул “Минең төркөмдә әлегә йырсылар етерлек”, – тип кире ҡаҡты. Уҡытыусым Фәрзәнә ханым Фәдискә барған да “Лилиә бит һинең төркөмдә генә йырлайым тип әйтә. Ул да һинең кеүек ҡалын тауышлы, һинең яҡтарҙан”, – тигәс кенә мине төркөмгә алдылар. Һуңынан уның менән яҡындан танышып киттек, осраша башланыҡ. 2003 йылдан бергә йәшәйбеҙ.
Беҙҙең ЗАГС-ҡа барыу бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Президент беҙгә фатир бирергә тип ҡул ҡуйҙы. Ә ул саҡта беҙҙең никах законлы рәүештә теркәлмәгән ине. Шуның өсөн барыһы ла ашығыс килеп сыҡты. Өҫтөбөҙҙә джинсы кейем, Мендельсон маршы уйнай һәм беҙ көлә-көлә ЗАГС залына инәбеҙ...
Фәдис менән 20 йыл ғүмер итәбеҙ. Тормош юлдашым итеп уны һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем. Ә бына ул, бәлки, үкенгәндер ҙә. Мин бит өйҙәгеләргә бер ҙә тынғылыҡ бирмәйем: кәрәк икән – иртәнге алтыла уятам. Йоҡоһо туйғанмы-юҡмы, һорап тормайым. Гөлназ ҡыҙым миңә: “Әсәй, һинең менән йәшәгән иргә Аллаһ ярҙам бирһен”, - ти. Фәдис – идеаль атай. Балалар өсөн үлә яҙып тора. Уның янында үҙемде бик бәхетле тоям", - ти ул.
Фото һәм сығанаҡ: "Татар эстрадаһы" төркөмөнән.