Бөтә яңылыҡтар

Яҡут эпосын башҡортса уҡырға мөмкин

2017 йылда “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы яҡут теленә ауҙарылып баҫтырылғайны.  

Яҡут эпосын башҡортса уҡырға мөмкин
Яҡут эпосын башҡортса уҡырға мөмкин

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа яҡуттарҙың “Нюргун батыр” эпосының башҡортсаға тәржемә баҫмаһының исем туйы булды. Был – саха халҡының киң билдәле эпик ҡомартҡыларының береһе.

2014 йылда “Олонхо” дәүләт ойоштороу комитеты халыҡтарҙың эпик әҫәрҙәрен бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү буйынса халыҡ-ара проектты башлап ебәрә, ошо юҫыҡта “Донъя халыҡтарының эпик ҡомартҡылары” тигән баҫмалар серияһы барлыҡҡа килә.

2015 йылда Саха Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Александр Жирков Башҡортостан етәксеһенә ошо проектта ҡатнашырға тәҡдим итә. 2017 йылда “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы яҡут теленә ауҙарылып баҫтырыла. Саха халҡының “Нюргун батыр” эпос-олонхоһо Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡортсаға тәржемә ителеп, 2023 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡты.

Китаптың исем туйына эпостарҙы икенсе телдәргә тәржемә итеү проекты етәксеһе Александр Жирков, филология фәндәре докторы, М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты профессоры Василий Илларионов, “Олонхо” театры актрисаһы, яҡут героик эпосын башҡарыусы Анастасия Алексеева килде. Ҡунаҡтар М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла булды.

Осрашыуҙа Александр Николаевич Рәсәйҙә эпик тәржемә мәктәбе юҡлығын, шуға ла был үҙенсәлекле эште бөтәһе лә башҡара алмағанын билдәләп үтте. “Тәржемә менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһынырға кәрәк. Был өлкәлә белгестәр булдырырға, уларҙы һаҡларға, йолаларҙы тапшырырға кәрәк”, – тине ул. Осрашыуҙа башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһы “Урал батыр”ҙан, яҡуттарҙың “Олонхо”һонан өҙөктәр яңғыраны.

Саха Республикаһы вәкилдәре менән осрашыу бик йылы мөхиттә үтте. Ике яҡ үҙ-ара хеҙмәттәшлекте дауам итергә һүҙ ҡуйышты.

 

Мәғлүмәт, фото: БДПУ-ның рәсми сайты - bspu.ru/news/29882

Яҡут эпосын башҡортса уҡырға мөмкин
Яҡут эпосын башҡортса уҡырға мөмкин
Яҡут эпосын башҡортса уҡырға мөмкин
Яҡут эпосын башҡортса уҡырға мөмкин
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: