Бөтә яңылыҡтар
10

Иң-иңдәргә – "Ҡурай даны" наградаһы

Тиҙҙән баш ҡалала милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.  Сараны Рәсүл Ҡарабулатов, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Иҙел Нурғәлин, Айгөл Һағынбаева, Заһир Иҫәнсурин, Артур Туҡтағолов кеүек сәхнә йондоҙҙарының, «Рух» һәм «Бишбармаҡ» төркөмдәренең үҙенсәлекле сығыштары биҙәйәсәк.    

Иң-иңдәргә – "Ҡурай даны" наградаһы
Иң-иңдәргә – "Ҡурай даны" наградаһы

Заман  геройҙары исемдәрен 13 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк «Ҡурай даны» милли телевизион премияһы тантанаһында иғлан итәсәктәр.

«Ҡурай даны» милли телевизион наградаһы 2018 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының  «Курай-ТВ» музыкаль-күңел асыу телеканалы башланғысы менән булдырылған.

Төрлө өлкәлә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу, халыҡ йолаларын, кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен үҫтереү кеүек маҡсаттар телепремияны әһәмиәтле, абруйлы проекттарҙың береһенә әүерелдерҙе.

Награда үҙ тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергән, төрлө өлкәлә һөнәри фиҙакәрлеккә эйә булған үҙ эшенең оҫталарына, эшҡыуарҙарға, күп балалы ғаиләләргә, ижади лидерҙарға бирелә.

2024 йылда телепремияға 27 номинант дәғүә иткән.

Быйыл премия алты номинацияла тапшырыласаҡ:

«Ер кешеһе», «Ҡул оҫтаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар», «Ҡул оҫтаһы. Ир-егеттәр”, «Иң яҡшы ауыл фельдшеры», «Миһырбанлы ғаилә», «Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы».

2024 йыл дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм "Ҡурай-ТВ" телеканалдары эфирында тамашасыларҙы дәғүәселәрҙең һәр береһе менән таныштырып барҙылар. Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ингән эксперт комиссияһы улар араһынан иң-иңдәрҙе һайланы.

Шулай уҡ 13 мартта  «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк «Ҡурай даны» милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһын башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Рәсүл Ҡарабулатов, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Иҙел Нурғәлин, Айгөл Һағынбаева, Заһир Иҫәнсурин, Артур Туҡтағолов кеүек сәхнә йондоҙҙарының, «Рух» һәм «Бишбармаҡ» төркөмдәренең үҙенсәлекле сығыштары биҙәйәсәк.

 

Фото: “Ҡурай-ТВ” каналы

 

 

 

 

Иң-иңдәргә – "Ҡурай даны" наградаһы
Иң-иңдәргә – "Ҡурай даны" наградаһы
Иң-иңдәргә – "Ҡурай даны" наградаһы
Иң-иңдәргә – "Ҡурай даны" наградаһы
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: