Бөтә яңылыҡтар

8 майҙа бер минут тынлыҡта ҡатнаш!

Башҡортостанда фашистар менән һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алалар. Дөйөм республика акцияһы 8 майҙа үтә, тип хәбәр итә “Рәсәй үлемһеҙ полкы” төбәк штабы хәрәкәте.

8 майҙа бер минут тынлыҡта ҡатнаш!
8 майҙа бер минут тынлыҡта ҡатнаш!

Башҡортостанда фашистар менән һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алалар. Дөйөм республика акцияһы 8 майҙа үтә, тип хәбәр итә “Рәсәй үлемһеҙ полкы” төбәк штабы хәрәкәте.

“Бер минут тынлыҡ” акцияһы бөтә Башҡортостан буйлап урындағы ваҡыт менән 10.50  - 11.20 сәғәттә үткәреләсәк. Эш урындарында, уҡыу кабинеттарында, акт һәм спорт  залдарында йәки асыҡ һауала ла бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға мөмкин.

Республиканың ҡала һәм ауылдарындағы барлыҡ кешеләр, ойошмалар был хәрәкәттә ҡатнаша ала. “Ҡатнашыусыларға кейемдәре өҫтөнән үҙенең Еңеүсе һалдаты фотоһы төшөрөлгән бейдж һәм Георгий таҫмаһы тағырға тәҡдим ителә. Был акция - еңеүсе ата-бабаларыбыҙға хөрмәт һәм хәтер билдәһе, шулай уҡ тирә-яҡтағыларға Еңеү көнөнә үҙеңдең гражданлыҡ позицияңды күрһәтеү ул”, тип яҙҙы  «Республика Башкортостан».

https://resbash.ru/news/aktsii75/2024-05-05/v-bashkirii-pamyat-pogibshih-v-borbe-s-fashizmom-pochtyat-minutoy-molchaniya-3754173

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: