Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ултыртылған баҡсаны тергеҙҙеләр

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы бөтә республика буйынса ойошторола.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ултыртылған баҡсаны тергеҙҙеләр
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ултыртылған баҡсаны тергеҙҙеләр

Кушнаренко районының Түбәнге Сәйет ауылындағы “Хәтер баҡсаһы”на ағас ултырттылар. Был акция  “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үтте.

- Бөгөн мөһим эш башҡарҙыҡ – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ултыртыла башлаған “Хәтер баҡсаһы”н тергеҙҙек. Ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртып, беҙ республиканың экологияһын яҡшыртабыҙ, тарихи хәтерҙе һаҡлайбыҙ, - тине БР буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец.

1941 йылда Вәлиәхмәт бабай уҡыусылары менән бергә бында алмаағастар үҫентеләре ултыртҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2010 йылдағы ҡоролоҡ арҡаһында улар ҡороған. Хәҙер Бөйөк Еңеү көнө алдынан бында яңы баҡса барлыҡҡа килде, унда ҡарағас, ҡайын, алмағас, муйыл, шыршы, пихта үҫәсәк. Төҙөкләндереү проекты Башҡорт дәүләт аграр университетының урман эше һәм ландшафт дизайны кафедраһы студенттары ҡатнашлығында төҙөлгән.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы бөтә республика буйынса ойошторола. Уның маҡсаты – үҫеп килгән быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Саралар дәүләт органдары, предприятие-ойошмалар һәм уҡыу йорттары ҡатнашлығында уҙғарыла.

Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23790/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: