Бөтә яңылыҡтар

Милли китапханала - Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған күргәҙмә

Адресы: Өфө, Ленин урамы, 4.

Милли китапханала - Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған күргәҙмә
Милли китапханала - Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған күргәҙмә

Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки исемендәге милли китапханаһында “Китап хәтерендә – һуғыш мәлдәре” күргәҙмәһе ойошторола.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы-шағирҙарҙың тыуыуының 100 йыллығына Китап фондын һаҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре китап күргәҙмәһе әҙерләгән. Күргәҙмә китаптары - В. О. Богомоловтың “Иван”,”44-тең авгусында“, “Тәүге мөхәббәт”, В. П. Астафьевтың “Шул тиклем йәшәге килә”, “Ҡәһәрләнгәндәр һәм үлтерелгәндәр”, “Ҡайҙалыр һуғыш гөрһөлдәй”, Ю.В. Бондаревтың “Тынлыҡ”, “Искушение”, Юлия Друнинаның “Аҡһыл сәсле һалдат”, “Окоп йондоҙо”, “Һуғыш тураһында шиғырҙар” һәм башҡалар -  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын хәтергә төшөрөп, яу яландарындағы фажиғәле ваҡиғаларҙы бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтырырға булышлыҡ итәсәк.

Күргәҙмәне Башҡортостан Республикаһы Әхмәт-Зәки исемендәге милли башҡорт китапханаһының төп корпусында өсөнсө ҡаттағы фойела май аҙағына тиклем ҡарарға мөмкин.

Адресы: Өфө, Ленин урамы, 4.

#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает

Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/wall-225179459_230

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: