Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
5 Май , 17:00

Баҡсаңда бөтнөк үҫәме?

 1-2 көн дауамында эсеү тән ауырлығын кәметә, холестеринды төшөрә. Ярамаған осрағы ла бар!

Баҡсаңда бөтнөк үҫәме?
Баҡсаңда бөтнөк үҫәме?

Тәү ҡарашҡа бик ябай үлән кеүек күренһә лә, бөтнөк бик файҙалы. Уны үҫтереүе ауыр түгел. Ул ярымкүләгәне һәм дым ярата. Күптәр уны ҡарағат янына ла ултырта, уның еҫе төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлай.

Бөтнөк үләненең файҙалы яғы тураһында һәр кем белә: ул ҡан баҫымын төшөрә, ҡанды шыйығайта, тынысландыра, бауырҙы дауалай, мейеләге ҡан әйләнешен һәм ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта. Үт бүленеп сығыуын көсәйтә, йөрәккә һәм ҡан тамырҙарының хәл-торошона ыңғай тәьҫир итә. Баш ауыртҡанда һәм йоҡлай алмай интеккәндә ярҙам итә.

Кире яғына ла иғтибар итеү зарур. Составында ҡатын-ҡыҙ фитоэстрогены булыу сәбәпле ирҙәргә оҙаҡ ваҡыт дауамында бөтнөктө ҡулланыу кәңәш ителмәй. Ҡан баҫымы түбән, юғары әселекле гастрит, үттә таш булған осраҡтарҙа (ҡуҙғатыуы мөмкин) шулай уҡ ҡулланыу ярамай.

Бөтнөктө 3 литр банкаға һалып (бер ус) ҡайнар һыу ҡойоп, 1-2 көн дауамында эсеү тән ауырлығын кәметә, холестеринды төшөрә. 

Бөтнөк япрағы аш-һыу тирәһендә лә киң ҡулланыла. Мәҫәлән, уны һалһаң, һөт тиҙ әсемәй. Хуш еҫе аппетитты баҫа, тимәк, күп ашауҙан ҡотҡара. Кистән байрам итеүселәр иртәгәһен уны сәй итеп эсһә, хәлдәрен бермә-бер еңеләйтә.

Фото: coffeelb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: