Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
9 Октябрь 2021, 19:00

Асҡындар тарихына тоғро

Һәр йыл һайын Республика көнө алдынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһала, матур, йәнле саралар үтә. 

Асҡындар тарихына тоғро
Асҡындар тарихына тоғро

Һәр йыл һайын Республика көнө алдынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһала, матур, йәнле саралар үтә. Асҡын районында ла Башҡорт тарихы йылы һәм “Атайсал” республика проекты сиктәрендә район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә рухлы, илһөйәрлек менән һуғарылған саралар ойошторола. Байрам алдынан Сөйөш һәм Гөмбә ауылдары араһында урынлашҡан “Изгеләр зыяраты”на Хәтер ташы ҡуйылыуы ла быға асыҡ дәлил.

Сарала Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле шағирә, тәржемәсе, журналист Лариса Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса белгесе, яҡташыбыҙ Винарис Абдуллин, Башҡортостан Республикаһының  халыҡ артисы, башҡорт музыканты, ҡурайсы Роберт Юлдашев, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлин, яҡын-тирә ауылдарҙан хакимиәт башлыҡтары һәм Сөйөш, Гөмбә, Ҡашҡа ауылдары халҡы, мәктәп уҡыусылары, бирелә тыуып үҫеп ситтә йәшәүселәр ҡатнашты.

Һәр ерҙә тыуған ауылы яҙмышына битараф булмаған изге күңелле кешеләр йәшәй. Улар ауылдаштарының йәшәйешен яҡшыртыуға, ауылдарын төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә. Шундайҙарҙың береһе — Асҡын районының Сөйөш ауылында йәшәүсе Мәхмүт ағай Ғәлләмов. Мәхмүт Мәрзәүи улы Сөйөш ауылында тыуып үҫкән, шунда ғаилә ҡора, йәшәй, һуңыраҡ ситкә сығып китәләр, оҙаҡ йылдар заводта эшләй. Ситтә нисек кенә яҡшы булмаһын, тыуған яҡ үҙенә тарта һәм улар тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә. Хәҙер инде хаҡлы ялдағы ир-уҙаманы йәнтөйәге яҙмышы өсөн янып йәшәй. Уның башланғысы менән һуңғы йылдарҙа Сөйөштә байтаҡ изге эштәр башҡарыла. Бынан биш-алты йыл элек ул үҙенең улдары Марсель һәм Мәҡсүт менән ауылдың иҫке зыяратын кәртәләй. Шулай уҡ Ғәлләмовтар тырышлығында район хакимиәте ярҙамы менән ауылдағы ике тәрән ҡойо ремонтлана, “Беҙҙең ауыл” проекты буйынса финанс ярҙам алып, балалар майҙансығы ла кәртәләп алына. “Изгеләр зыяраты” алдына Хәтер ташын ҡуйыу ҙа уның инициативаһы менән башҡарылды. Бирелә элек-электән Балыҡсы ырыуының изге кешеләре ерләнгән булған. Ошо изге урын онотолмаһын, йәштәр тарихты белһен, тигән маҡсатта Мәхмүт Мәрзәүи улы зыярат алдына Хәтер ташы ҡуйҙыртыу инициативаһы менән сыға. Уның изге уйын улдары һәм изге күңелле ауылдаштары, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова  күтәреп ала.

Сара Гөмбә ауылынан Сәғит хәҙрәт Сабировтың Ҡөрьән аяттары уҡыуынан башланып китте. Артабан Башҡортостан Республикаһының  халыҡ артисы,  ҡурайсы, «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе Роберт Нәжип улы Юлдашевтың ҡурайҙа  “Урал көйө”н башҡарыуы Гөмбә, Сөйөш, Ҡашҡа ауылдары халҡы күңелендә ошо ерҙәге хәтерҙе, тарихты яңыртҡандыр.

— Асҡын районы үҙенең тарихы, билдәле кешеләре, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Беҙҙең яҡта иҫтәлекле урындар байтаҡ. Һәр ғаиләнең, һәр ауылдың үҙенең тарихы бар. Ошо тарихты йәш быуынға еткерергә теләүсе замандаштарыбыҙ булыуы бик ҡыуаныслы. Улар йәштәребеҙҙә илһөйәрлек тәрбиәләргә, уларға данлы тарихыбыҙҙы өйрәтергә тырыша, ата-бабалар хәтерен онотмаҫҡа өндәй. Бөгөнгө сара бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Беҙ бөгөн быуындар бәйләнешен, ата-бабалар рухын тергеҙеп, ошо ерҙә Балыҡсы ырыуының изге кешеләренә арнап Хәтер ташы асабыҙ. Беҙ тыуған ерен тоғро һаҡлаған ата-бабаларыбыҙ менән ғорурланырға тейеш. Был иҫтәлекле урынды һаҡлағыҙ, йәштәргә һөйләгеҙ, төҙөкләндереп тороғоҙ, — тип, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов Мәхмүт ағай Ғәлләмов ғаиләһенә, тыуған яҡты өйрәнеүсе Наил Ғаян улы Хәйруллинға һәм ошо изге эште башҡарыуҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ошо изге эштең инициаторы Мәхмүт Мәрзәүи улы эштәр барышы, кемдәр ярҙам итеүе, зыярат тарихы, уны кемдәр тәрбиәләп, төҙөкләндереп тороуы тураһында һөйләне.

Зыярат тарихы халыҡтан-халыҡҡа һөйләнеп килгән, инде ауылда был турала яҡшылап белгән ололар ҙа ҡалмаған тиерлек. Был изге урынды элек-электән тәрбиәләп торғандар.  2010 йылда уны Гөмбә ауылынан Рәүеф ағай Рәхимов кәртәләп алған, туғандары менән буятҡандар. Гөмбә ауылының иң оло кешеһе, Рәүеф ағайҙың әсәһе Ҡаимә әбей Рәхимованың да сарала ҡатнашыуы, үҙенең хәтирәләре менән бүлешеүе оло әһәмиәткә эйә булды.

Өфө ҡунаҡтары — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле шағирә, тәржемәсе, журналист Лариса Абдуллина менән  Башҡортостан Республикаһының  халыҡ артисы, башҡорт музыканты, ҡурайсы Роберт Юлдашевтың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса белгесе, яҡташыбыҙ Винарис Абдуллиндың да ялҡынлы, рухлы сығыштары күңелдәргә дәрт өҫтәне, тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа, йәштәребеҙгә өйрәтергә, уларҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләргә өндәне. Лариса Хашим ҡыҙы халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүгә, мәңгеләштереүгә тос өлөш индереүҙәре, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Мәхмүт,  Марсель, Мәҡсүт  Ғәлләмовтарға, Илшат Фәйзуллинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хатын, Балыҡсы ырыуы китабын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Шулай уҡ Хәтер ташын асыу сараһында Ҡашҡа ауылынан Балыҡсы ырыуының ҡор башы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны Наил ағай Хәйруллин, район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина сығыш яһаны. Улар бөгөнгө сараның оло әһәмиәткә эйә булыуын, биреләге халыҡтың тарихын белеүен, онотмауын билдәләп үтте.

Сығыштарҙан һуң мәртәбәле ҡунаҡтар һәм рәсми вәкилдәр “Изгеләр зыяраты”ның Хәтер ташын асты. Оҙонлоғо ике, бейеклеге бер метр тирәһе ташҡа мәрмәр плитә ҡуйылған һәм уға зыярат исеме, шағирә Лариса Абдуллинаның бер куплетлы шиғыры яҙылған. Шулай уҡ ташҡа Барахай ауылынан тимер оҫтаһы, район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлиндың тимерҙән ҡойоп эшләгән башҡорт яугирҙарының яу ҡоралдары теҙмәһе лә беркетеп ҡуйылған.

 Изге кешеләргә, ата-бабаларға хөрмәт күрһәткән, улар рухына доға ҡылынған ергә бәрәкәт, ҡот ҡайта, тиҙәр. Ошо изге ерҙә йәшәгән Балыҡсы ырыуы вәкилдәренең дә тормошо имен, күңелдәре тыныс булһын.

Сараға ҡағылышлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәҙәниәт комиссияһы етәксеһе, шағирә Лариса Абдуллина түбәндәге фекерен белдерҙе:

—      Бындай сараларҙың ойошторолоуы урындағы халыҡта тарихҡа, рухиәткә иғтибар арттырыу өсөн бик мөһим. Район хакимиәте башлығы Динис Йосоповтың байрамдарҙың башынан алып аҙағынаса йәмәғәт ағзалары менән бергә булыуы етәкселектең милли проекттарға ыңғай ҡарашын күрһәтә. Нимәһе ҡыуаныслы, Хәтер ташын асыу ниәтен урындағы халыҡ үҙе күтәреп сыҡҡан. Мәхмүт Ғәлләмов улдары менән бергә ҙур эш башҡарған. Уның идеяһын яҡташтары ла, район етәкселеге лә күтәреп алған. Бөгөн бында  "Атайсал" проектына ярашлы Төпһөҙ шишмәне йыһазландырыу, Балыҡсы ырыуының ташын ҡуйыу идеяһы менән дә яналар. Минеңсә, асҡындар быны ла еңел генә атҡарып сығасаҡ. Сөнки улар халҡыбыҙҙың йолаларына, тарихыбыҙға тоғро.

Илһөйәр Махатова.

Фотолар рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: