Яңы уҡыу йылы башланыуға бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡала. Ә әлегә балаларҙың йәйге ялы дауам итә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә яңы уҡыу йылына әҙерлек, лагерҙарҙағы хәлдәр тураһында һөйләшеү булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндан балаларҙың йәйге ялы үткән лагерҙарҙағы бөгөнгө хәлдәр тураһында һорашты. Билдәле булыуынса, уҙған аҙнала ҡайһы бер лагерҙарҙа коронавирус инфекцияһы таралыуы тураһында һүҙ күтәрелгәйне. Министр белдереүенсә, ведомство тикшереүҙәр үткәргән.
– Үткән аҙнала “Роспотребнадзор” менән берлектә мобиль төркөмдәр төҙөлдө. Улар ғәмәлдә булған 49 мәктәп лагерының 45-ендә булды. Дөйөм алғанда, хәлдәр тотороҡло. Ҡайһы бер лагерҙарҙа ваҡ етешһеҙлектәр бар: мәҫәлән, антисептиктар етерлек күләмдә түгел. Тикшереү барышында барыһы ла яйға һалынды. Бөтә ерҙә лә термометрия үткәрелә, барлыҡ өлкән кешеләрҙең ПЦР анализдары тикшерелә. Һауаны зарарһыҙландырыу аппараттары бар һәм эшләй. Август сменалары штатлы тәртиптә үтер тип ышанам, – тине ул.
Радий Хәбиров ҡайҙа эш туҡтатылған, шунда тиҙ арала ата-әсәләргә ял өсөн түләгән аҡсаларын кире ҡайтарырға ҡушты.
Яңы уҡыу йылына килгәндә, уны быйыл ғәҙәти тәртиптә, мәктәптәрҙә башларға йыйыналар. Тик, коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙең сентябрҙә лә көсөргәнешле буласағын иҫәптә тотоп, һәр уҡыу йортонда медицина инспекторҙары булһын, тигән ҡарарға килгәндәр. Шулай уҡ барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәләсәк.
– Был эшкә медицина университеты һәм медицина колледжы студенттарын йәлеп итмәксебеҙ. Улар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. 1 сентябрҙән һәр мәктәптә медицина инспекторҙары буласаҡ, – тине Айбулат Хажин.
Фото: ufa.bezformata.com