Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Декабрь 2021, 11:54

Идара эшенә – ныҡлы әҙерлек менән

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы яңы эш алымдары тәҡдим итә.

Академия ректоры Д.М. Абдрахманов (уңда) Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Р.Ф. Ямалиев менән.
Академия ректоры Д.М. Абдрахманов (уңда) Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Р.Ф. Ямалиев менән.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы (БАГСУ) дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләгән уҡыу йорто булараҡ айырым әһәмиәткә эйә. Күптән түгел академия муниципаль берәмектәр етәкселәренең һәм белгестәренең квалификацияһын күтәреү буйынса күсмә семинарҙар ойоштороуҙы башлап ебәрҙе. Ноябрь аҙағында ошондай сара Саҡмағош районында үтһә, декабрҙә академия вәкилдәре Сибай ҡалаһында булды.

Саҡмағош районындағы уҡыуҙар “Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға арналды. Семинарҙың беренсе көнөндә БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Мәүлийәр улы Абдрахманов, Дәүләт һәм муниципаль идара кафедраһы мөдире Илшат Шәүәли улы Рысаев, Дәүләт һәм муниципаль идара кафедраһы доценты Марат Ильич Халиҡовтың сығыштары тыңланды. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларҙы Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалиев сәләмләне һәм белгестәр өсөн мөһим булған уҡыуҙар барышында уңыштар теләне. Ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр менән идара итеүселәр өсөн ерле үҙидараны камиллаштырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә заман шарттарына ярашлы белемгә эйә булыу мөмкинлектәре ҡаралды, был хаҡтағы һөйләшеүҙәр йәнле әңгәмә рәүешендә ойошторолдо.

Шулай ук ошо уҡ көндә Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә, гимназияла һәм Башҡортостан аграр-технология колледжында уҡыусылар өсөн һөнәри йүнәлеш биреү программаһы буйынса осрашыуҙар ойошторолдо. Акаде­мияның һөнәри йүнәлеш биреү һәм ҡабул итеү бүлеге начальнигы Лилиә Марат ҡыҙы Ғәфиәтуллина уҡыу йортона ҡабул итеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ түләүле шарттарҙа уҡыу нескәлектәре, студенттарҙың йәшәү шарттары, артабан эшкә урынлашыу мөмкин­лектәре тураһында ла ентекле һөйләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе.

Уҡыуҙың икенсе көнөндә иһә хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре “Хәҙерге шарттарҙа райондың социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһын ғәмәлгә ашырыу үҙен­сәлектәре” тип аталған кәңәшмәлә ҡатнашты. Һөйләшеү барышында һанлы үҙгәрештәр шарттарында кадрҙар потенциалын булдырыу һәм үҫтереү тураһында фекер алышыу ойошторолдо. Заман талаптарына ярашлы белемгә эйә белгестәрҙең төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнауы көн кеүек асыҡ.

Уҡыуҙар аҙағында БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән Саҡмағош районы хакимиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сара семинарҙа ҡатнашыусыларға дәүләт өлгөһөндәге танытмалар тапшырыу тантанаһы менән тамамланды.

Артабан Сибай ҡалаһында муниципаль берәмектәр етәкселәренең һәм белгестәренең квалификацияһын күтәреү буйынса “Заманса идара итеү технологиялары” тип аталған күсмә семинар-тренинг ойошторолдо. Төрлө кимәлдәге чиновниктар алдында Дәүләт һәм муниципаль идара кафедраһы мөдире Илшат Рысаев һәм республиканың тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы идаралығы рәйесе Ғабдулла Хәмитов сығыш яһаны.

– Беҙ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүҙе генә түгел, уларҙың төрлө программалар, стратегиялар буйынса эшмәкәрлеген мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк итеүгә булышлыҡ күрһәтеүҙе, йәғни заман шарттарына ярашлы аныҡ йүнәлештәр биреүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ, – тип билдәләне Илшат Шәүәли улы.

Сибайҙа үткән уҡыуҙар барышында муниципаль хеҙмәт етәкселәре һәм белгестәре үҙҙәре өсөн күп яңылыҡ алды, ҡаланың киләсәген күҙалланы, идара итеүҙең заманса алымдарын ғәмәлгә индереү мөм­кинлектәрен ҡараны. Шулай уҡ бында ла профориентация эшенә айырым иғтибар бирелде: ҡаланың барлыҡ мәктәптәренең өлкән класс уҡыу­сылары һәм колледждар студенттары Башҡортостан Башлығы ҡара­мағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлегенә эйә булды. Саҡмағошта ла, Сибайҙа ла ЗУМ платформаһында һанлы технологиялар үҫешенә арналған онлайн-лекциялар ойошторолдо, уны академияның һанлы үҫеш буйынса проректоры Иван Викторович Сергеенко уҡыны.

Ғөмүмән, бөгөнгө заман дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтендә лә иҫке ҡалыптарҙан ҡотолоп, идара итеүҙең яңы юлдарын үҙләштереүҙе талап итә. Республика Башлығы ҡарама­ғындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ойошторған курстар ҙа, һис шикһеҙ, ошо бурысты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: