Бөтә яңылыҡтар

Пасха байрамына кулинар конкурс үтте

Уҡыусылар араһында аш-һыуға оҫталар асыҡланды.

Пасха байрамына кулинар конкурс үтте
Пасха байрамына кулинар конкурс үтте

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы майҙансығында “Изге Пасха” тигән икенсе республика кулинар конкуры үтте. Ул мәктәп һәм профиль уҡыу йорттары уҡыусылары араһында халыҡ йолаларын һаҡлауға, кондитер һәм ашнаҡсыларҙың һөнәрҙәрен популярлаштырлыуға йүнәлтелде.

- Бындай ярыштар ҡатнашыусыларға оҫталыҡтарын күрһәтергә, бер-береһенән тәжрибә алырға, камиллашырға мөмкинлек бирә. Был конкурс тәүге сиратта ашнаҡсының, кондитерҙың һөнәрен популярлаштырыуға, йәш кулинарҙарҙың потенциалын асыуға йүнәлтелгән, - тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Конкурс  “Пасха куличы” һәм "Йомортҡаны биҙәү” номинациялары буйынса үткәрелде. Эштәрҙе абруйлы жюри баһаланы.

Башҡортостандың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар Ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина әйтеүенсә, барлыҡ эштәр ҙә юғары профессиональ кимәлдә башҡарылған.

- Уҡыусылар креативлыҡ күрһәтте, шул уҡ ваҡытта йолаларға ла һаҡ мөнәсәбәттә булды. Барлыҡ куличтар ҙа уникаль килеп сыҡты, - тине ул.  

Кулинарҙар  конкурсы буйынса Гран-приға Өфөнөң тармаҡ технологиялары колледжынан Гөлназ Исмәғилева лайыҡ булды. Шулай уҡ 1-се, 2-се,3-сө урын алыусылар тәбрикләнде.

Бынан тыш "Йомортҡаны биҙәү" конкурсы ла йәнле үтте, балалар уға ижади ҡараны.

 - Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында башҡорт бауырһағы, рус ҡоймағы, осетин бәлеше кеүек милли аш-һыу конкурстарын уҙғарыу йолаға әүерелде. Бөгөн традицион рәүештә “Пасха куличы” конкурсын дауам итәбеҙ. Ошондай яҡты байрамдың тап беҙҙең колледж майҙансығында үтеүенә шатбыҙ, - тине Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: