Бөтә яңылыҡтар

Үзбәкстан менән бәйләнеш көсәйә

Ул спортты үҫтерергә булышлыҡ итәсәк.

Үзбәкстан менән бәйләнеш көсәйә
Үзбәкстан менән бәйләнеш көсәйә

Өфөлә Башҡортостандың Физик культура институты һәм Үзбәкстан дәүләт физик культура һәм спорт университетының Нукус филиалы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡараҡалпаҡстан Республикаһынан  (Үзбәкстан) Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Байрамбай Отемуратов етәкселегендә рәсми делегация килде. Ҡунаҡтар сәфәр барышында Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында булды. Улар унда “Башҡортостан  һәм Ҡараҡалпаҡстан Республикаларының ғилми белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективалары” темаһына түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Шулай уҡ был сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың фән, белем биреү, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Айбулат Хажин, Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡалар булды.  

Ҡатнашыусылар ике төбәктең дә белем биреү һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе. Түңәрәк өҫтәл аҙағында яҡтар Башҡортостандың физик культура институты һәм Үзбәкстан дәүләт физик культура һәм спорт университетының Нукус филиалы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

-Төбәктәрҙең әйҙәүсе спорт вуздары араһындағы килешеү спортты тағы ла нығыраҡ үҫтерергә, йәмәғәт өсөн мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк, - тине Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.  

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: