Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
29 Декабрь 2019, 11:25

Торт, маникюр оҫталары һалым түләрме?

Әгәр башҡа граждандарҙан аҡса килһә – 4, юридик шәхестәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан – 6 процент...

2020 йылдың 1 ғинуарынан республикабыҙҙа йәшәгән һәм үҙаллы мәшғүллек менән шөғөлләнгән кешеләр яңы төр һалым түләй ала. Әлеге башланғыс кешеләргә бәләкәй бизнестарын, өҫтәмә шөғөлдәрен легалләштерергә ярҙам итәсәк. Был хаҡтағы законға Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Иң мөһиме, шуны белеү зарур: үҙаллы мәшғүллек менән шөғөлләнеүселәргә һалым – ул бурыс түгел, ә хоҡуҡ. Теләһәгеҙ, уның менән ҡуллана алаһығыҙ, теләмәһәгеҙ – юҡ.
Ставкалар ҙур түгел: әгәр башҡа граждандарҙан аҡса килһә – 4 процент, юридик шәхестәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан – 6 процент. Һеҙ бер үк мәлдә ябай кешеләрҙән дә, компанияларҙан да аҡса ала алаһығыҙ, һалым һәр килемдең төрөнә ҡарап билдәләнәсәк.
Был яңы башланғыс менән түбәндәге кешеләр ҡуллана ала:
- Етәксеһе һәм ҡул аҫтында эшләүселәре булмаған, йәғни барыһын да үҙе башҡарған кешеләр.
- Башҡортостан биләмәһендә эшләүселәр.
- Йылына 2,4 миллион һумға тиклем (айына уртаса 200 мең һум) аҡса эшләүселәр. Айлыҡ килем буйынса сикләүҙәр юҡ, ғинуарҙа 10 мең һум табыш алып, декабрҙә 500 мең алыуығыҙ ихтимал. Йыллыҡ сикте үтмәү генә мөһим. Әгәр был талап үтәлмәһә, ғәҙәти һалым ставкаһы буйынса, йәғни 13 процент һалым түләйәсәкһегеҙ.
- Үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләп һатыусылар, хеҙмәт күрһәтеүселәр. Был осраҡта фотографтар, маникюр оҫталары, парикмахерҙар, төрлө текст яҙыусылар, сайт эшләүселәр, үҙ өйөндә заказ буйынса торт бешереүселәр тураһында һүҙ бара. Ҡуртымға фатир биреүселәр ҙә әлеге режим менән файҙалана ала.
Был яңылыҡтың файҙаһы нимәлә? Һеҙ рәсми рәүештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, үҙегеҙҙе матбуғат сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә рекламалай алаһығыҙ. Һалым органдары тарафынан тикшереүҙәрҙән, законһыҙ эшҡыуарлыҡ өсөн штрафтарҙан ҡурҡырға кәрәкмәйәсәк. Бынан тыш, бөтә ерҙә, мәҫәлән, банктан кредит юллағанда килемегеҙҙе рәсми рәүештә күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Фото: w-beauty.ru
Читайте нас: