Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Апрель , 08:30

Яугир иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Йылайыр районының Ашҡаҙар ауылы батыры Иштуған Юламанов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды һәм Герой партаһы булдырылды.

Яугир иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Яугир иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Йылайыр районының Йылайыр ауылындағы башҡорт гимназияһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Ашҡаҙар ауылы батыры Иштуған Юламанов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Был сарала Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, геройҙың ғаиләһе, туғандары, ауылдаштары, уҡытыусылары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Яугир иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Герой партаһы ла булдырылды.

Иштуған Рәил улы Юламанов Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында Садиҡа һәм Рәил Юламановтарҙың ғаиләһендә тәүге бала. 2004 йылда Ашҡаҙар тулы булмаған урта мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға бара, 9-сы кластан һуң Юлдыбай Урал аръяғы колледженда белем ала. Үҙен һәләтле спортсы итеп таныта. 2016 йылда армияға алына Һәм Тыуған иле алдында бурысын намыҫ менән үтәй, спортты,  техниканы яратыуы менән айырылып тора.

2023 йылдың сентяберендә Иштуған Рәил улы Юламанов контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға алына. Гвардия һауа-десант дивизияһының 71211 хәрби ғәскәренең парашют-десант полкында өлкән оператор булып хеҙмәт итә.

Артемьевск йүнәлешендәге һуғыштарҙа десантниктар төркөмө штурмында батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң “Батырлыҡ” һәм “Генерал Шайморатов” ордены менән наградлана.

Йылайырҙар үҙҙәренең батыр улдарын онотмай. Күптән түгел Иштуған Рәил улының исеменә арнап район буйынса һигеҙ команда ҡатнашлығында балалар араһында мини-футбол буйынса турнир үтһә, ошо көндәрҙә  тыуған ауылындағы Ашҡаҙар мәктәбе тирә-яғына 26 күк шыршы ултыртылды.

Эйе, 26 йыл ғына түгел, ә йәшәйһе лә йәшәйһе ине, тик ул намыҫ, выждан,Тыуған ил алдындағы бурысты беренсе урынға ҡуйҙы, ошо ҡиммәттәрҙе яҡларға, һаҡларға яуға ынтылды, ғүмерен бирҙе...

Фото һәм сығанаҡ: Йылайыр районы хакимиәте сайтынан

 

Яугир иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Яугир иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: