Бөтә яңылыҡтар

"Кейек ҡаҙ юлдары"н йырлаған Артур ҡайтҡан!

Мобилизацияланған Артур Хәсәновҡа апай-инәйҙәр "И-ии, бәбекәйем, иҫән-һау йөрөп ҡайт" тип яҙғайны...

"Кейек ҡаҙ юлдары"н йырлаған Артур ҡайтҡан!
"Кейек ҡаҙ юлдары"н йырлаған Артур ҡайтҡан!

Нефтекама, Илеш, Дүртөйлө халҡы үҙенеке тип иҫәпләгән йырсы Артур Хәсәнов 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизацияланып, хәрби йыйында саҡта "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарҙы һәм бөтә халыҡтың һөйөүен яуланы.

Шөкөр, ул былтыр ялға ла ҡайтып китте. Унда ижадташ дуҫтары, туғандары менән осрашты, дауаханала ятып сығып, һаулығын нығытып та алды.

Быйыл ҡыш көнө хәрби кейемдәге фотоһын күргән күп кенә апай-инәйҙәр уның аҫтында "И-ии, бәбекәйем, иҫән-һау йөрөп ҡайт" тигән яҙыуҙар ҡалдырғайны. Теләктәре ҡабул булды: әле Артур тағы ялға ҡайтҡан. Уны мәжлескә лә саҡырғандар. Әлбиттә, Артур "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын да башҡарған. 

Моңоң менән оҙаҡ ҡыуандыр, имен йөрө, яҡташ! 

Фото: https://vk.com/id809561106

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: