Сашаның дуҫы Тимер ҙә киткән, ти, МХО-ға. Аҡса эшләрһең, тип ҡотортҡан, имеш, ти, еҙнәһе. Ярай ҙа берәй тынысыраҡ урынға эләкһә...
Берәү ҙә бит уны, улын, төрмәгә мәжбүрләп алып барып ултыртмаған. Кеше әйберенә теймәһә, үҙ ыңғайына йөрөр ҙә ятыр ине. Таныш наркомандары бар бит ана. Күрше ҡатындың ире һәр ваҡыт һалмыш. Эшләгәс, төрмәгә лә барып ултырмай. Һин дә мин йөрөп тик ята. Балаларын баҡсаға индереп киткеләгәненән белә был хаҡта. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй килеп ингәнен дә хәтерләй әле Фәһимә.
Ә Саша 14 йәшенән спайс ҡоло булды. Дүртәр, бишәр көн өйгә ҡайтмаһа, полиция менән эҙләп алырҙар ине. Балаһын ҡосаҡлап илай, тик күҙҙәре быялаға әйләнгән малайға ғына – барыбер. Спайс тотош кластағы малайҙарҙы йығып һалды. Хәҙер инде күптәре үлеп бөттө. Ҡайһылары әле булһа урам буйында йөрөй. Төҙәлеп киткәндәре лә бар. Сашаның аҙашы шул рәүешле төрмәгә эләкте лә ҡабат ул тоҙаҡҡа ҡапманы, өйләнде, балалары тыуҙы, әле матур итеп йәшәп ята. Уларҙың ғына улы тынғы тапманы. Башта дөйөм режимдағы төрмәлә ултыра ине. Дүртенсегә, рецидивист тип, ҡаты режимдағыһына яптылар. Үткәненән һабаҡ ала алмағанға, яман ҡылығын ҡабатлап торғанға “рецидивист” тигән яңғырауыҡлы исем алды.
Тәүҙә йыл ярымға, икенсеһендә ике йыл ярымға, өсөнсөһөндә – өс йылдан артыҡҡа, дүртенсеһендә ете йылдан күберәккә хөкөм ителде. Һуңғыһында, йыл ярым ултырғас, һуғышҡа китергә ҡарар итте. “Китмә!” тип илағанын тыңламаны шул балаҡай. Аҙашы Александр Головин “наркоманиянан ҡотолоп була” тигән фекерҙе улының башына һалырға тырышты. Үҙе өлгө күрһәтте. Саша рәшәткә артынан сыҡҡан арала уға ярҙам ҡулы һуҙа ине. Бер ваҡыт үҙенә килешеп кенә торған пальто һатып алып биргәйне хатта. Төрмәгә эләккәс, күстәнәстәр ҡалдырғыланы. “Был айҙа, әсәй, миңә Саша килде, шуға “передача” алып килһәң, минең менән ултырған икенсе берәүҙең исемен әйтермен, шуға ҡалдырырһың”, – тигәненән белә әсәһе был хаҡта.
Улының: “Әсәй, ярҙам ит! Миңә “ҡаны таҙа” тигән кәрәкле справка алырға ярҙам ит! Мин барырға тейешмен унда! Атай һәм һинең алда күтәрелер өсөн барам. Минең өсөн тыуған ер, Ватан – ул һеҙ! Борсолмағыҙ! Мотлаҡ әйләнеп ҡайтырмын! Кем өсөн тере булырға һәм йәшәргә тейешлегемде беләм!” – тигән һүҙҙәре әле башында әйләнә. Кем өсөн? Кемдәр өсөн? Киткәнендә: “Барыһы ла яҡшы! Киләсәктә бынан да яҡшыраҡ булыр! Илама, әсәй! Үҙеңде бөтөрмә!” – тиһә лә, хушлашҡанда һалған фотоһүрәтендә күҙҙәре тулы йәш.
19 ноябрҙә ҡуҙғалды теге яҡҡа, ә 16 декабрҙә юҡҡа сыҡты. Бер айға ла тулмай ҡалды. Үҙенә урын тапманы был ерҙә шулай. Тыныслана алмай, үҙенә үҙе хөкөм сығарған кеүек булды.
Шундай уйҙар үтте Фәһимәнең башынан улының биографияһын яҙам тип ултырғанда. Нимә яҙырға ла белмәне. Ҡағыҙ битенең яртыһын да тултыра алманы. Төрмәлә ултырғанын берәй нисек урап үтергә ине лә... Бер нисек тә булмай шул. Бәлиғ ваҡытынан алып рәшәткә артынан башы сыҡмаған даһа балаҡайының. Йүнле эшләй ҙә алмаған. Унда иң күбеһе ике ай, бында – ике ай. Тегенән сыға ла өс ай иректә йөрөй ҙә йәнә лә рәшәткә артына барып эләгә... Уның араһында наркология бүлегендә өс тапҡыр дауаланды. Белорет ҡалаһында йәшәгән шаман ярҙам итә тигәстәр, уға ла алып барып ҡараны. Аҙаҡ “унан сыҡҡас уҡ наркотик ҡабул иттем мин” тигәне Фәһимәне шаңҡытты, бар өмөттәрен ҡыйратты ла ҡуйҙы. Үҙенең теләге булмағас, шаман да ярҙам итә алмағандыр инде. Төрмәнән сыға ла кәйеф-сафа ҡорорға тотона: сауна, бассейн, ресторандар буйлап йөрөй, өйгә ҡайтып инеүҙе белмәй. Аҡсаһы бөтһә генә, иҫенә төшөп, өйҙән нимәнелер урлап сығырға ҡайта. Төн урталарында полициянан килеп ишек дөмбөрләтеүҙәренә уяныуҙар, күршеләрҙе торғоҙоп, шаһит булырға саҡырыуҙар, өйҙөң аҫтын-өҫкә әйләндереп наркотик эҙләүҙәр... Бер ҡурҡыныс төш кеүек кенә хәтеренә уйылған. “Мин инде биш ай “таҙа”, – тип яҙып ҡуйғаны ла булды сәхифәһенә. Шунан йәнә лә аҫҡа тәгәрәй ине...
Мәрхүмдәрҙе тик яҡшы яҡтан иҫкә алырға, йә булмаһа бөтөнләй уның хаҡында һөйләмәҫкә, тиҙәр. Һәйбәт яҡтан ғына иҫкә ала алмай шул улын Фәһимә. Уға ҡарата үпкәһе әлеге ваҡытта уның хаҡында яҡшы хәтирәләрҙе ҡуҙғатырға ирек бирмәй, уларҙы баҫырып китә. Кешеләргә хуш күңелле, тәмле телле булды улы. Әммә әсәһенең өҫтөндә ҡояш сығарманы.
Теңкәһе ҡороған атаһы улынан баш тартты. Фәһимә иренә: “Сашаға берәй нәмә алып барып ҡайтайыҡ әле”, – тиһә, ҡоро ғына: “Алып бар һуң”, – тиер булды. Әйтерһең, ул уның балаһы түгел. Әйтерһең, ул уның өсөн юҡ. Ҡустылары ла ағалары өсөн оялды. Унан баш тарттылар. Әле лә бер һүҙҙән: “Беҙ уны ерләргә бармайбыҙ!” – тип әйтеп һалдылар. Уның хаҡында бер ҙә яҡшы итеп иҫләрлегебеҙ юҡ, ул бит беҙҙең күңелгә төкөрҙө, тиештеләр.
Фәһимә генә балаһын уйлап йәш түкте. Уның “әсәй, әсәкәйем!” тип өҙөлөп өндәшеүе ҡолағына салынып, хәтеренә төшөп бәғерен телде.
Һуғышҡа китер алдынан да бит шундай һөйләшеү булғайны: “Әсәй, һин мине яратманың, эйе бит?! Толикты, Никитаны минән артығыраҡ күрҙең бит, эйеме?”
– Юҡ, балам, бармаҡтарҙың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта. Һин минең балам. Ҡәҙерлеһең. Яратам һине, улыҡайым!
– Мин дә, әсәй, әсәкәйем, һине бик-бик ныҡ яратам! Ҡайғырма, мин бына мотлаҡ төҙәлеп ҡайтырмын. Шуға һин ышан, яраймы?
– Ышанам, балам...
...Төрмәлә ултырған еренән контракт төҙөгәс, Силәбегә алып киткәндәр, барыһына ла телефон өләшкәндәр. Ростовҡа килеп төшкәс, аҙна-ун көн тирәһе бәйләнешкә сыҡмай торҙо Саша. Фәһимә “Берәй нәмә булдымы әллә балаға?” тип ҡайғыра башланы. Бер ваҡыт оҙаҡ көтөлгән шылтыратыу яңғыраны: “Әсәй, килеп сыҡты бит! Мин – иректә! Улың Тыуған иле һағына баҫҡан һалдат хәҙер!”
15 декабрҙә ул “Туғандар” чатына өҫтәлде. Фотолар һалды. “Бына ҡарағыҙ, мин нимә ашайым. Бында һәйбәт туҡландыралар. Һуйырға алып барырға әҙерләйҙәрме ни?! Һуттарҙы бында бөтә ғүмерем буйына эскәндән дә күберәк һемерҙем”. Хәбәрҙәрендә шатлыҡ ноталарын ишетеп, туғандар уның һағыраҡ ҡыланыуын, һаҡланып йөрөүен үтенде. “Как на убой кормят” тигәне башҡа ваҡытта икенсерәк яңғыраһа, был юлы туғандарҙы һиҫкәндерҙе. Тауышлы хәбәрҙәрен тыңлағандар: “Саша, туғанҡайым, һин дауалан”, – тип хәстәрлек күрһәтте. “Бында һауа дымлыраҡ шул. Дарыуҙарҙың шифаһы теймәй. Тамаҡ төбөнә туҡтауһыҙ һиптереп торһам да, бөтмәй. Йүткереп яфаланам, тауыш юғала”, – тип яуап бирҙе ул. Ике аяғын салып һалып, ҡарағыҙ әле, “һуғыш һәм асыҡ йәшел ойоҡтар бер-береһенә тура килмәй” тип йөн нәскиҙәрен дә төшөрөп һала ул шул арала. Ә инде автомат тотоп бейеп төшкән видеояҙмаһынан иртәгә үлергә тейешле кеше тип әйтмәҫһең дә, уның асыҡ күңел менән өндәшеүе, йәнде иретерлек итеп йылмайыуы береһен дә битараф ҡалдырмай: “Һай, афарин, беҙҙең егет! Мәрҙәс, ил һаҡсыһы!”– тип ҡеүәтләйҙәр үҙен. "Ҡушаматың нисек?" – тип тә белештеләр.
– Мин ни, бала саҡтан “Шабаль” инде, “Шаба” ти ҙә ҡуялар,– ти ул, көлөмһөрәп. – Иртәгә мине хәрби заданиеға ебәрергә тейештәр, унан ҡайтҡас, атай, әсәй, һеҙгә әҙерәк аҡса ла күсерермен, – тигәне һуңғы хәбәре булып йөрәген яндыра әсәнең. Автомат менән бейеп төшкән видеоһын ҡабат-ҡабат әйләндереп ҡарай Фәһимә. Әммә “Ул үлгән” тигән хәбәргә һаман ышанмай, шул хәл һаман башына барып етмәй.
Улының һуғышҡа юлланырына ышанманы Фәһимә. Тәмәкелек кенә аҡса һал әле, тигәненә лә ҡаты итеп әрләп яуап яҙҙы: “Тағы ла аҡсалы уйын тоҙағына эләктеңме? Мин һиңә ышанмайым һәм ышанмаҫмын да!” Шулай ҙа һораған ике меңен күсерҙе лә ул яҙа алмаҫлыҡ итеп араларына бик һалып ҡуйҙы. Шунан, бер-ике көн уйланып йөрөй торғас, кире асып, илай-илай ғәфү үтенеп хәбәрҙәр яҙҙы: “Ғәфү ит, улыҡайым! Зинһар, кисер мине! Мин һине яратам! Нервыларым ҡаҡшаны бит! Сәстәрем ағарҙы һинең өсөн!”
Хәрби билетын, шәхси номеры яҙылған жетонын фотоға төшөрөп һалғас ҡына, уның һуғышҡа киткәненә ышанды. Улының элекке тормошон ҡалдырып, өр-яңынан тормош башларына, ысын кеше булырына, төҙәлеренә лә өмөтө уянды әсәнең. Бер һүҙе лә ышандырырлыҡ булмаған баланың тоғро юлға баҫыуы мөғжизәгә тиң ине. Уны белгән ситтәрҙең береһе лә насар, буш кеше булды, тип әйтмәҫ шул. Ана бит, Мәүлиттең ҡыҙы ла күҙ йәштәре менән яҙа: “Саша һәйбәт егет ине”. Иптәштәре, дуҫтары, подъезда йәшәгән оло кешеләрҙең бөтәһенең дә күңелдәрендә “шундай алсаҡ, шундай яҡшы, шундай телдәр, шундай итәғәтле” булып ҡалыр улы. Әсәһенең: “Саша урлаша, алдай, энә ҡоло”, – тиеүенә берәү ышанмаҫ. Дуҫтары белде инде, уларҙың араһында ла күбеһе шул тайғаҡ юлға баҫҡандар булды. Ә ҡустыларын “Әгәр ҙә мәгәр ағайығыҙ кеүек минең мейемде серетер булһағыҙ, мин һеҙҙе бер көн өйҙә тотмай, урамға сығарып ташлайым. Ишекте шартылдатып ябам да йоҙаҡты алмаштырам да ҡуям. Ағайығыҙ күрһәткән ҡайғыларҙы һеҙҙән күрергә теләмәйем”, – тип ҡурҡытып, баҫырып үҫтерҙе ул. Уға оҡшарға тырышмағыҙ, улай булмағыҙ, йәнәһе. Мәктәптә лә ҡолаҡ итен ашанылар ҡустыларының: “Ағайың былай булды, тегеләй булды... Дәрескә йөрөмәне. Насар өлгәште...” Былары ла шулай булып ҡуймаһын тип, ҡоттары осоп торҙо уҡытыусыларҙың, 9-сы класты саҡ уҡытып сығарып ебәрҙеләр.
Тыуғандан арҡырыраҡ булды шул Сашаһы. Бына донъяға килергә ашыҡмауын ғына ал. Башҡалар кеүек туғыҙ түгел, 10 айлыҡ булып тыуҙы бит. Киҫеп алдылар. Ун көн буйы уны күрһәтмәнеләр. Эстәге һыуы батҡаҡҡа әйләнгән, тинеләр. Шунда бала ҡартайған. Сыҡмаҫҡа уйлаған ул. Ҙурайған. 3960 грамлыҡ булып тыуған сабыйҙың башы ибәтәйһеҙ, кәүҙәһе килбәтһеҙ оҙон булғанға, әсәһе баш тартып ҡуйыр тип, уны бер ни тиклем күрһәтмәй торорға ҡарар иткәндәр.
Бала тыуҙырыу йортонан алып сыҡҡас та, сабый төндәр буйы аҡыра, көндөҙ йоҡлай. Яман йонсота. Ҡәйнәһе, ире, Фәһимә – өс кеше сиратлап бағалар үҙен. Ярай, әсә декрет ялында, ә тегеләр таң менән эшкә йүгерә, етмәһә. Фәһимә бала ҡосаҡлап ҡына ултырмай, улар ҡайтыуға аш-һыу яраштырып көтә. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡарай. Сабый йоҡлағанда мал ояһын таҙартып сығара, бесән һала, һыу эсерә. Йонсоп киткәйне шул мәлдә. Ҡураныс ҡына кәүҙәле, ҡор шикелле генә булып ҡалғайны. Түше ҙур, һөтө күп, үҙе бәләкәй, ябыҡ ҡына. Бер мәл ҡыҙҙарына ҡунаҡҡа атаһы менән әсәһе килеп төштө. Атаһы Фәһимәне күргәс: “Ҡыҙым, һине ашатмайҙармы әллә?” – тип илап ебәрҙе хатта. Атаһы ҡыҙын ихлас күңелдән ярата, йәлләй, ҡыҙғана ине шул.