Бөтә яңылыҡтар

"Флүрә" мәсетен төҙөткән

Бынан тыш та атайсалы өсөн башҡарған эштәре бихисап уның. Таныш булығыҙ: Альберт Дәүләтбаев.

"Флүрә" мәсетен төҙөткән
"Флүрә" мәсетен төҙөткән

✅  «Атайсал» проектының әүҙем ҡатнашыусыларының береһе – Альберт Дәүләтбаев, Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.

Проект сиктәрендә ул тыуған Дүртөйлө районында 19 башланғысты тормошҡа ашырған. Изге ғәмәлдәр иҫәбендә – «Флүрә» мәсетен төҙөү, балалар өсөн хоккей ҡумтаһы ҡуйыу, урындағы мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүҙә булышыу. Альберт Дәүләтбаев шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла даими ярҙам күрһәтә.

«Атайсал» проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән 2021 йылдың 1 мартында старт алғайны. Өс йыл дауамында 25 меңдән ашыу мөһим проект ғәмәлгә ашырылған. 5,5 меңдән ашыу яҡташыбыҙ тыуған яҡтарына ярҙамға дөйөм алғанда 1,3 млрд һум йүнәлткән.

«Атайсал»ға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн сайтта (https://ataisal.ru) теркәлеү үтергә һәм үҙ идеяғыҙ менән бүлешергә кәрәк. Артабан ул муниципалитет хакимиәтенә еткерелә һәм урындарҙа тикшерелә.

#атайсал #кесеВатан

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: