Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
15 Ғинуар 2023, 20:30

Ире менән ярты сәғәтлек осрашыу өсөн меңдәрсә саҡрым юл үтә

Ҡатын ҡышҡы каникулда 3 ғинуарҙа машинаһында юлға сыға, ә 7-һендә сик буйына барып етә...

Ире менән ярты сәғәтлек осрашыу өсөн меңдәрсә саҡрым юл үтә
Ире менән ярты сәғәтлек осрашыу өсөн меңдәрсә саҡрым юл үтә

Ғинуар башында Анастасия мобилизацияланған ире менән осрашыр өсөн дүрт мең саҡрым юл үткән. Ханым, һауа торошо насар булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәй генә "Хонда" машинаһында ярты сәғәтлек осрашыу өсөн алғы һыҙатҡа ҡарай елдергән.

34 йәшлек Анастасия Любимова Яңы йыл байрамы көндәрен Донбассҡа илткән юлда үткәрә. Ирен күреү теләге шундай көслө була - уны араның алыҫлығы ла, трассаның хәүефле булыуы ла, яңылыш ҡына снаряд килеп тейеү ихтималы ла туҡтатмай.

...Яҙмышы бик ауыр булған ҡатынға Антон бынан ете йыл элек ныҡ ярҙам иткән. Улар 2016 йылда танышҡан. Рус теле уҡытыусыһы Настяның улы менән ҡыҙы була, икеһе лә аутизм менән сирләй. Ире, балаларын һәм бурыстар ҡалдырып, ташлап китә. Уҡытыусы балаларын Парабель ҡалаһынан 570 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Томскиға дауаланырға алып барған. Юлда таксист Антон менән танышҡан. Ул даими рәүештә Анастасияның балаларын дауаланыуға йөрөтә башлай.

«Һуңынан, улымды дауалауға ярайһы ҙур сумма кәрәк булғанда һәм ихтыяр көсөм кәмегәндә, ғөмүмән, ҡайҙандыр аҡса табыу мөмкинлегем булмағанда, Антон банкка юлланды һәм үҙенең исеменә кредит алды. Шунан дауалау курсы үттек, улыбыҙ яҡшыраҡ үҫешә башланы. Ә беҙ Антон менән өйләнештек», - тип һөйләй Анастасия.

Тормош яйға һалына, балалар баҡсаға бара, ике йылдан һуң ғаилә кредиттарын ҡаплай. Улар бергәләп такси фирмаһын аса, унда Антон водитель була, ә Настя кистәрен диспетчер ролен башҡара. Һуңынан махсус хәрби операция башлана...

«26 сентябрҙә сираттағы рейс ваҡытында Антонға урындағы хәрби комиссариаттан шылтыраттылар. Ул саҡта бер ниндәй ҙә аҡсалата түләү тураһында һүҙ ҙә булманы, әммә ирем ныҡлы ҡарар ҡабул итте: ул Ватанды һаҡларға барасаҡ. Элек ул армияла водитель һәм сапер булып хеҙмәт иткән. Кискеһен повестка алды, ә иртәнге сәғәт 5-тә иһә хәрби йыйынға китте», - тип иҫенә төшөрә Анастасия.

«24 декабрҙә мин 2008 йылғы «Хонд Фит» машинаһын һатып алдым, автосервистан егеттәр уны сәфәргә әҙерләне, Томск өлкәһе ауылдары Парабель һәм Колпашево ҡатын-ҡыҙҙары күп итеп бөйөрөк, ҡоймаҡ, пицца бешерҙе.

31 декабрь минең өсөн байрам түгел - көтөү мәле булды. 2 ғинуарҙа тормош иптәшем бәйләнешкә сыҡты. Шулай уның алғы һыҙаттан ялға лагерға сыҡҡанын белдем. 3 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә сәфәргә юлландым, ә 7 ғинуарҙа урында инем инде. Ҡурҡыныс булдымы? Юҡ! Туған йәнле кешеңде күреү теләге ҡурҡыуҙан көслөрәк. Әлбиттә, мөхәббәт тә шулай уҡ йылыта!» - тип һөйләй Анастасия.

Юлда ҡот осҡос бурандар ҙа, тығындар ҙа булған. Ҡатынға алыҫ араға йөк ташыған водителдәр ярҙам итә. Рация аша шоферҙар уны Ишем, Урал, Һарытау һәм Воронеж аша Донбассҡа оҙатып бара.

Һәм бына Белгород өлкәһе. 400 километр ҡала... Тирә-яҡта хәрби техника, яландар үткеһеҙ батҡаҡҡа әйләнгән... Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатынды блокпоста туҡтаталар, машинаны тикшерәләр. Тиҙҙән Анастасия ире булған лагерға барып етә.

«Бына лагерь сиге, Антон менән күптән көтөлгән осрашыу. Аяҡ аҫтында ер сайҡалып китте, - ти уҡытыусы. - Ул гөлләмә бүләк итте, артабан мине кузовта йәшерҙеләр һәм лагерға индек. Бында мин илайым, барыһын да ҡосаҡлайым, яҡташ егеттәр күрешергә килә, һәммәһе лә осрашыуға ҡыуана! Гуманитар ярҙам таратам, палаткала сирлеләрҙе ҡарайым...

...Һәм шуның менән тамам. Ҡалырға ярамай, командир белһә - барыһын да яуапҡа тарттырасаҡ. Ҡайтыр юлға сығам», - ти ҡатын.

Осрашыу ҡыҫҡа ғына, ярты сәғәтлек булыуға ҡарамаҫтан, Анастасия уның юҡҡа булмағанына ышана. Был - мөхәббәттең, тоғролоҡтоң, терәк-таяныс булыуҙың дәлиле. Хәҙер ул иренең өйгә тиклем дүрт мең саҡрым юлды үтеүен көтә.

Сығанаҡ: https://sibkray.ru/news/1/966724/

Фото: https://sibkray.ru/news/1/966724/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: