Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Декабрь 2019, 01:12

Радий Хәбиров – Туймазыла

"Район ошолай алға бара, үҫешкә урындағы етәксе лә, халыҡ та битараф түгел икән – беҙ ҙә уларға табан аҙым яһайбыҙ”.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы районында булды. Ул ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса төбәк операторы хеҙмәтен ҡараны, социаль, спорт һәм инфраструктура объекттарында булды, биләмәне үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

* * *
“Экология Т” йәмғиәте – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарының береһе. Уның ҡарамағында – ун район һәм Октябрьский ҡалаһы. Директор Илнур Шакировтың һүҙҙәренсә, сүп-сарҙы сығарыу эше тотороҡло, теүәл ойошторола. Төбәк операторының ҡырҡ берәмек техникаһы бар, улар аҙна һайын 3,6 мең тоннанан ашыу ҡалдыҡ сығара. Быйыл “Экология Т” республика бюджетынан 17,5 миллион һум субсидия алыуға өлгәшкән.
Республика етәксеһе бында диспетчер үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты, төбәк операторының артабанғы пландары буйынса фекер алышты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика компанияға ярҙам итәсәк, тейешле субсидия бүләсәк.

* * *
10 ғинуарҙа Туймазы үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк. Өс ҡатлы яңы бина сменаға 300 кешене ҡабул итә аласаҡ. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 336 миллион һум тәшкил иткән.
Радий Хәбиров табип һәм процедура кабинеттарын ҡараны, пациенттарҙы ҡабул итеүҙең нисек ойоштороласағы хаҡында белеште. Йәш белгестәр, медицина персоналы менән осрашыуҙа төбәк етәксеһе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһы нығытыласағын, табиптарға ярҙам даими күрһәтеләсәген билдәләне. Дауахана етәкселеге менән иһә хирургия корпусы төҙөү, өлкәндәр поликлиникаһына капиталь ремонт яһау хаҡында һөйләште.

* * *
Төбәк етәксеһе шулай уҡ яңыртылған тимер юл вокзалын ҡараны. “РЖД” йәмғиәте эске биналарҙы, фасадты капиталь ремонтлаған, биләмәне төҙөкләндергән. Эштең дөйөм хаҡы 20 миллион һумдан ашыу булған.
Район етәксеһе Айҙар Суфиянов әйтеүенсә, тимер юл үткәүелен төҙөкләндереү айырыуса киҫкен мәсьәлә булып тора. Планда шулай уҡ – вокзал эргәһе майҙансығын төҙөкләндереү, автовокзалды реконструкциялау. Радий Хәбиров был мәсьәләләрҙе республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты, “РЖД” менән берлектә тикшереп, хәл итеүҙең уңайлы юлдарын табырға ҡушты.

* * *
Туймазының 2-се спорт мәктәбе хоккей ҡорамалына 3,25 миллион һум аҡса алды. Тейешле сертификатты республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Йәш атлеттар С. Ғимаев исемендәге “Туймазы-Арена” универсаль боҙ спорт комплексында шөғөлләнә. Был ҙур объекттың беренсе сиратын “Башнефть” ярҙамында алты йыл элек асҡандар. Компания икенсе сиратты төҙөүгә лә ярҙам иткән. Хоккей һәм фигуралы шыуыҙан тыш, бында еңел атлетика, спорт алышы, көрәш, самбо, дзюдо һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр үтә. Былтыр объекттың икенсе сираты асылғас, бында йөрөгәндәрҙең һаны 1500-ҙән ашҡан.

* * *
Муниципалитетты үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында Радий Хәбиров район етәксеһе Айҙар Суфиянов менән фекер алышты.
– Беҙ бында бер йыл элек килгәйнек. Иң ныҡ тәьҫир иткән проблема бер нисә ауыл биләмәһенең һыу менән тәьмин ителеүе булғайны. Хәҙер был йәһәттән финанслау бара, эш ойошторолған, – тине республика Башлығы. – Туймазы үҫеш юлында – эре предприятиелар ҙа, бәләкәй бизнес та. Биләмә шулай алға бара, быға урындағы етәксе лә, халыҡ та битараф түгел икән – беҙ ҙә уларға табан аҙым яһайбыҙ”.
Фотолар: glavarb.ru
Читайте нас: