Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Август 2023, 19:10

Ни өсөн үлтергәнен әйткән

Байрамдары бөткәс, ул 17 йәшлек ҡыҙҙы өйөнә тиклем алып барып ҡуйырға тәҡдим иткән. Һәләк булған ҡыҙ уны бәләкәй саҡтан белгәнлектән уға ышанған һәм ризалашҡан. Ә машинала...

Ни өсөн үлтергәнен әйткән
Ни өсөн үлтергәнен әйткән

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында булған фажиғә бар республиканы тетрәндергәйне. 16 йәшлек үҫмер егет 17 йәшлек ҡунаҡ ҡыҙын балта менән сабып үлтерҙе. Әле хәбәр ителеүенсә, хоҡуҡ һаҡсылары был енәйәттең тәүге мөмкин булған сәбәптәре тураһында әйткән.

“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йәштәр табын ҡорған һәм унда 16 йәшлек ғәйепләнеүсе башҡа үҫмерҙәр кеүек үк спиртлы эсемлектәр эскән. Байрамдары бөткәс, ул 17 йәшлек ҡыҙҙы өйөнә тиклем алып барып ҡуйырға тәҡдим иткән. Һәләк булған ҡыҙ уны бәләкәй саҡтан белгәнлектән уға ышанған һәм ризалашҡан. Ә машинала саҡта үҫмергә иҫерек килеш рулгә ултырғаны өсөн дәғүә белдергән, бының өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары бар тигән. Бәлки, тап ошо тема уның өсөн артабанғы ғәмәлдәренә этәргес булғандыр”, – тигәндәр хоҡуҡ һаҡсылары.

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, был хәл 9 августа Хәйбулла районында булғайны. Бында ҡунаҡҡа килгән 17 йәшлек ҡыҙ юғалды, уны ике көндән үлтерелгән килеш таптылар. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, уны 16 йәшлек үҫмер үлтергән булып сыҡты. Әле ҡулға алынған егет “үлтереү” статьяһы буйынса ғәйепләнә, Йылайыр район-ара суды уны ике айға һаҡ аҫтына алған.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: