Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Май , 21:15

“Эҙҙәр ныҡ күп”

Малайҙарҙы эҙләгән ирекмәндәр яңы мәғлүмәттәр еткерә. 

“Эҙҙәр ныҡ күп”
“Эҙҙәр ныҡ күп”

30 мартта Өфөлә Ағиҙел буйында юғалған ике малай әле һаман табылманы. Улар 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән 13 йәшлек Павел Паличев.

Айҙан ашыу ваҡыт үтһә лә, ирекмәндәр уларҙы эҙләүҙе туҡтатмай. Бөгөн “БаРС” эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре малайҙарҙы нисек итеп эҙләүҙәре тураһында социаль селтәрҙә яңы хәбәр ҡалдырҙы.

“Яр буйын һәм яҡындағы урман һыҙатын тикшерҙек. Бөтәһе 16 километр йәйәүле төркөм менән эшкәртелде, дүрт километрҙы кинологтар тикшерҙе һәм алты километр пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында ҡаралды. Бик күп хайуандарҙың эҙҙәре табылды, әммә күптән түгел йөрөгән кеше эҙҙәре бер ерҙә лә осрамай. Ҡайһы бер урындар һаҙға әйләнгән, шуға күрә эҙләү ҡатмарлашты”, – тине ирекмәндәр.

Эҙләү һөҙөмтә бирмәгән. Балалар әле һаман табылманы. Ирекмәндәр киләһе ялдарҙа йәнә эҙләүгә сығырға әҙерләнә.

Ирекмәндәрҙән тыш балаларҙы ҡотҡарыусылар ҙа эҙләй. Шулай уҡ көн һайын “Лиза Алерт” эҙләү отряды ирекмәндәре төркөмдәргә бүленеп сыға.

Фото: "Лиза Алерт". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: