Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Май , 19:00

Кисәге аварияла тотош ғаилә һәләк булды

Тағы бер бала әсәйһеҙ ҡалды. 

Кисәге аварияла тотош ғаилә һәләк булды
Кисәге аварияла тотош ғаилә һәләк булды

Кисә кискә ҡарай Ырымбур өлкәһендә, Орск ҡалаһынан йыраҡ түгел урында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Юлда Nissan X-TraiI автомобиле йөк машинаһына бәрелеп бер юлы дүрт кеше һәләк булды. Әле уларҙың кемлеге асыҡланды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған кешеләрҙең бөтәһе лә Башҡортостандыҡылар. Улар Салауат ҡалаһында йәшәгән. Иң аяныслыһы – тотош бер ғаилә юҡҡа сыҡты. Улар – 31 йәшлек ир, уның 30 йәшлек ҡатыны һәм уларҙың туғыҙ йәшлек ҡыҙҙары. Асыҡланыуынса, автомобилдә тағы бер ғаилә китеп барған. Был ғаиләлә лә юғалтыуҙар бар: 36 йәшлек ҡатын шулай уҡ һәләк булған. Уның 36 йәшлек ире һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙы иҫән, тик ауыр йәрәхәттәр алғандар. Улар әле Медногорск ҡалаһы дауаханаһында. Йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән.

Әлеге ваҡытта был аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Һуңғы айҙа бер юлы күпләп кешеләр һәләк булған авариялар һаны артты. 19 апрелдә генә Өфөлә бер юлы биш йәш кеше һәләк булғайны, 24 апрелдә Туймазы районындағы авария өс кешенең ғүмерен алып китте. Ә апрель аҙағында, Күгәрсен районында йәнә дүрт кеше, шул иҫәптән ике бала үлде. Иплерәк йөрөйөк әле, дуҫтар! Һәр кемде өйҙә көтәләр бит...

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: