Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Май , 14:00

Юғалған ҡыҙ ҡаянан осҡан

Һуңғы тапҡыр уның ЗАГС бинаһы алдында торғанын күргәндәр...

Юғалған ҡыҙ ҡаянан осҡан
Юғалған ҡыҙ ҡаянан осҡан

Апрель аҙағында күрше Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһынан Яна Әхтәрйәнова юғалғайны. Әсәһе Анфиса был турала хәбәр итеп, үҫмер ҡыҙҙы "Легион Спас" отряды ирекмәндәре эҙләүен белдергәйне. Комментарийҙарҙа таныштары һуңғы тапҡыр уның ЗАГС бинаһы алдында торғанын күреүҙәрен яҙған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Янаның үле кәүҙәһен беҙҙең Салауат районына сиктәш ерҙә, Әй йылғаһы буйлап һуҙылған Сыбар ҡая аҫтында табалар. Ҡотҡарыусыларға уны 100 метр бейеклеккә күтәрергә тура килгән.

"На земле Салавата" гәзите яҙыуынса, Янаның атаһы Урал Салауат районының Первомайский ауылынан. 

Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Фото: https://vk.com/zefirrose

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: