Өфөнөң 6-сы полиция бүлегенә 65 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе полицияға популяр мессенджерҙа элекке эшенән “директоры” шылтыратып, хеҙмәткәрҙәр тураһында мәғлүмәттәрҙең сит кешеләргә таралыуы хаҡында хәбәр еткереүе тураһында һөйләгән. Йәнәһе лә, ошо проблеманы хәл итеү өсөн тиҙҙән ФСБ хеҙмәткәре бәйләнешкә сығасаҡ, тип иҫкәрткән.
Бер аҙҙан ялған хеҙмәткәр ҡатын менән бәйләнешкә сығып, мутлашыусылар уның карта мәғлүмәттәрен урлауын хәбәр итә. Аҡсаны юғалтмаҫ өсөн, банкоматҡа барып, карталағы 600 мең һумға яҡын аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә ҡуша. Ҡатын ҡурҡышынан ҡушылғандың барыһын да эшләй.
Ошондай уҡ формалағы мутлашыуға Салауаттан 37 йәшлек ир эләккән. Һөҙөмтәлә ул 160 мең аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсергән, кредит рәсмиләштергән һәм туғанынан өс миллион һумға яҡын аҡса алып торған. Дөйөм алғанда, ир мутлашыусыларға дүрт миллион һумдан ашыу аҡса тотторған.
Тағы ла бер мутлашыу осрағы Стәрлетамаҡта теркәлгән. 42 йәшлек ир социаль селтәрҙә бер ҡыҙ менән танышҡан. Гүзәл зат инвестициялар менән шөғөлләнеүен һөйләгәс, ир ҡыҙыҡһынып үҙен биржала һынап ҡарарға була.
Тиҙҙән уның менән бәйләнешкә инвестициялар өлкәһендәге бер белгес сыға. Улар платформала шәхси кабинет асып, балансҡа аҡса һала. Тәүҙә барыһы ла яҡшы бара: ир үҙенең иҫәбенә 90 мең һум аҡса күсерә һәм килемдең ниндәйҙер өлөшөн кире сығара.
Артабан куратор иргә кредит рәсмиләштереп, отошлораҡ акциялар һатып алырға кәңәш бирә. Ир, аҡса эшләй алырына ышанып, ярты миллион һум кредит ала. Тик платформанан ҙур суммала аҡса сығарырға теләгәнендә проблема барлыҡҡа килә: килемен сығара алмай. Куратор был хәлдән сығыу өсөн балансҡа йәнә аҡса һалырға ҡуша. Ир танышынан бер миллион һум күләмендә аҡса алып, үҙенең инвестиция иҫәбенә һала. Тик был ярҙам итмәй. Шул ваҡыт ир мутлашыусыларға эләккәнен аңлай.
Үҙҙәрен Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған йәки инвестицияларҙа тиҙ аҡса эшләргә тәҡдим иткән мутлашыусыларҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәргә кәрәк. Беренсенән, һәр ваҡыт әңгәмәсегеҙҙең шәхесен тикшерегеҙ: рәсми хеҙмәткәрҙәр мессенджерҙар аша шылтыратмай һәм аҡсаны һеҙгә таныш булмаған иҫәптәргә күсерергә тәҡдим итмәй. Икенсенән, тиҙ табыш вәғәҙәләре менән һаҡ булығыҙ: реаль аҡса эшләү ваҡыт һәм белем талап итә. Тикшерелгән инвестиция платформаларын ғына ҡулланығыҙ, шик тыуғанда профессионалдар менән кәңәшләшегеҙ.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.