Башҡортостанда шәхси биләмәләрҙе ирегән һыу баҫыуҙың тәүге осраҡтары теркәлгән. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итәләр.
Баймаҡ районының Ярат ауылында Насиров урамы буйлап йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан. Махсус техника менән ирегән һыуҙы ағыҙыу буйынса эштәр башҡарылған.
Әбйәлил районының Озерный ауылында хакимиәт көсө менән канауҙы таҙартыу һәм йорт яны биләмәләренең уйһыу участкаларын һыу баҫмаҫһын өсөн һыуҙы ситкә ағыҙыу сараһы күрелгән.
Благовар районының Коб-Покровка ауылында үҙәк урамы буйлап йорт яны участкалары һыу аҫтында ҡалған. Ауыл хакимиәте көсө менән канау таҙартыла.
Ғафури районының Ерек ауылында Партизан урамындағы 1-се йорт яны участкаһын һыу баҫҡан. Һыу ағыҙыу канауҙарын таҙартыу үткәрелә. Хужа ваҡытлыса туғандарына күсеп торған.
Өфө янындағы Жилино ауылында Манежная урамындағы 1-се йорт яны участкаһы һыу аҫтында ҡалған. Һыу ағыҙыу торбаһы таҙартыла, һыу кимәле төшкән.
Дәүләкән районында Яңы Яппар ауылында тораҡ пунктҡа илткән юлды һыу баҫҡан. Юғары үтеүсәнлектәге автомобилдәрҙә хәрәкәт итеү мөмкин. Ауыл хакимиәте кәрәк булған осраҡта халыҡты күсереү өсөн юғары үтеүсәнлектәге транспорт дежурлығын ойоштора.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һыу баҫыуға бәйле бөтә хәлдәрҙе контролдә тота. Зыян күреүселәр юҡ.
Уңайһыҙ тәбиғәт-климат шарттары (ташҡын күренештәре) тәьҫире менән бәйле Ҡырмыҫҡалы районында Ҡарайылға йылғаһы аша күпер эргәһендәге урау участкала Оло Күл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ-Шишмә юлында хәрәкәт туҡтатылды (төп күпер ремонтлана). Хәрәкәтте туҡтатыуҙың яҡынса тамамланыу ваҡыты 16 март, 20.00 сәғәт.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуһа, "112" һандарына шылтыратығыҙ.
Фото: Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.