Бөгөн Белорет районында Инйәр йылғаһынан боҙ китеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Асы ауылында боҙ әлегә тыныс китһә лә, Ғәбдөк ауылын көндөҙ һыу баҫҡан. Ошо ғәҙәттән тыш хәл тураһында ауыл халҡы хәбәр итте.
Бынан алда Белорет районының Йөйәк ауылы хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов һыу баҫыуы ихтималлығы тураһында беҙгә хәбәр иткәйне.
– Йөйәк ауылы биләмәһендә Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Ғәбдөк ауылын һыу баҫыуы ихтимал. Быға тиклем ауыл яҙғы ташҡындан ҙур зыян күргәне булды. Әле беҙ боҙға көл, ҡом һибә башланыҡ. Оҙаҡламай Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә иҫкәртеү ҡағыҙҙарын таратасаҡбыҙ, иҫкәртеү сараларын тикшерәсәкбеҙ. Янғын помпаларҙы эшләтеп, алдан әҙерләйбеҙ, - тине Рифат Ғилманов
Быйыл боҙ йоҡараҡ, әммә тынысланырға ярамай, яҙҙың нисек килере билдәһеҙ бит. Сираттағы яҙғы ташҡын да ғәбдөктәрҙе ныҡлыҡҡа һынай. Боҙҙоң көндөҙ китеүе һәм ауылға һыуҙың ошо мәлдә инеүе ҡотҡарыу эштәрен еңеләйткән, кешеләр малдарын сығара. Әммә хәл әлегә киҫкен ҡала.
Фото: скриншот.
Виддеояҙма: социаль селтәрҙән алынды.