+4 °С
Болотло
Быйыл яҙ бик иртәләне. Йылғаларҙа боҙ ҙа ваҡытанан алды китә. Бөгөн Белорет районының Инйәр йылғаһында, Асы ауылы эргәһендә, боҙ китеүе хаҡында мәғлүмәт – видеояҙма социаль селтәрҙә таралды.
“Ой, ҡарап торһаң, баш әйләнә”, – тип белдерҙе видеояҙманы төшөргән ир.
Ысынлап та, боҙ китеүен күҙәтеү күңелле лә, хәүефле лә. Бындай саҡта балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, алдан аңлатыу эше алып барырға кәрәк.
Фото: скриншот.