Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
27 Март , 19:00

Рәсәй туристарының ғүмере өҙөлгән

Хәбәр итеүҙәренсә, һыу аҫты экскурсияһына Рәсәйҙән 45 кеше төшкән булған...

Рәсәй туристарының ғүмере өҙөлгән
Рәсәй туристарының ғүмере өҙөлгән

Фажиғә Мысырҙа теркәлгән. Ярҙан бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта “Синдбад” батискафы һыуға батҡан. Был аппарат даими рәүештә һыу аҫты экскурсияһын ойошторған булған. Бортта Рәсәйҙән 45 кеше, шул иҫәптән 15 бала булған тип хәбәр итәләр.

“Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, борттағы туристарҙың күп өлөшө ҡотҡарылған. Улар әлеге ваҡытта ҡунаҡханаларға йәки дауаханаларға урынлаштырылған”, – тип хәбәр итә Рәсәйҙең Хургадалағы Генераль консуллығы.

Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусылар ҙа юҡ түгел. Генераль консуллыҡ хәбәр итеүенсә, ошо сәғәткә дүрт кешенең һәләк булыуы билдәле. Урындағы киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың һаны алтыға барып еткән, шулай уҡ туғыҙ турист ауыр хәлдә. Бер нисә Рәсәйҙә йәшәүсенең яҙмышы билдәһеҙ.

Фото: Рузилә Ҡоломбәтова

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: