Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
28 Март , 21:00

Дүрт йәшлек бала тәҙрәнән осоп төшкән

Уның әсәһе өйҙә булған... Һаҡ булайыҡ!..

Дүрт йәшлек бала тәҙрәнән осоп төшкән
Дүрт йәшлек бала тәҙрәнән осоп төшкән

Был хәл бөгөн Өфөлә Интернациональ урамында төш мәлендә булған. 4-се ҡаттағы балкондан бала йығылып төшөп ныҡ имгәнгән. Табиптар уны дауахананың реанимация бүлегенә һалған. Ошо мәлгә билдәле булыуынса, бала балкон тәҙрәһен үҙе асып ҡолап төшкән.

Был турала ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.

Баланың әсәһенә ҡарата административ материал төҙөләсәк.

Көндәр йылыныу менән тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырыусылар күбәйҙе. Был ҙур хәүеф менән янай – күҙ менән ҡаш араһында фажиғә булыуы ихтимал. Шуның өсөн, хөрмәтле ата-әсәләр,  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, балаларҙы яңғыҙҙарын асыҡ тәҙрәле бүлмәлә ҡалдырмағыҙ, тәҙрә тупһаһында, балконда уйнарға рөхсәт итмәгеҙ, шулай уҡ тәҙрәгә бала аса алмаҫлыҡ итеп фиксатор ҡуйығыҙ.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: