Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Декабрь 2019, 15:45

Вахтала яҡташыбыҙ һәләк булған

Кисә Ямал-Ненец автономиялы округында...

Кисә Ямал-Ненец автономиялы округында быраулау ҡулайламаһында фажиғә теркәлә. Округтың Пуров районындағы ятҡылыҡта шартлау яңғырай һәм янғын башлана.
Һөҙөмтәлә ике кеше һәләк була. Уларҙың икеһе лә быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләгән. Һәләк булғандарҙың береһе Башҡортостандың Миәкә районы кешеһе булып сыға.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быраулау ҡулайламаһында газлы-һауалы ҡатнашма шартлай һәм ошо сәбәпле янғын башлана. Яҡташыбыҙ Рәсим А. янғында һәләк була. Тағы бер үлгән кеше – Волгоград кешеһе. Шулай уҡ янғында быраулаусы ла зыян күргән. Ирҙәрҙең бөтәһе лә вахта менән эшләгән булған.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Уфа
.
Читайте нас: