Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Декабрь 2019, 23:25

Ҡайышын эләктермәгәс, тәҙрәнән сығып осҡан

Бәлки иҫән ҡалыр ине лә бит...

Бөгөн киске биштәр тирәһендә Өфө янында йәнә бер үлемесле автомобиль аварияһы теркәлде. Һамар - Өфө - Силәбе трассаһы менән Нуғай ауылы юлы араһында була ул. "ВАЗ 2115" менән "Субару XV" кроссоверы бәрелешә.
"Авария һөҙөмтәһендә ватан автомобиле водителе урында һәләк була. Уның янында ултырған пассажир ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Урында юл полицияһы, табиптар һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт фажиғәһенең шарттары асыҡлана", - тинеләр ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтендә.
Аварияның шаһиттары билдәләүенсә, водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән булған. Шуға күрә бәрелештән һуң ул тәҙрәһенән сығып осҡан.
Күренеүенсә, ябай ғына ғәмәлде башҡармау сәбәпле ғүмере ҡыйылған. Моғайын, ҡайышын эләктерһә, иҫән ҡалыр ине.
Читайте нас: