Дүртөйлө ҡалаһындағы музыка мәктәбе уҡыусыһы, 15 йәшлек Рубин Рәхмәтуллин “Таланттар ваҡыты” уйын ҡоралдарында башҡарыу республика конкурсында 1-се дәрәжә лауреаты булды. Сара онлайн тәртиптә “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Рубин саксофонда А. Вивальди менән Ж. Масненың ике композицияһын башҡарған. Уның виртуоз уйнауы жюри ағзаларын битараф ҡалдырмаған. Бер йылдан үҫмер музыка мәктәбен тамамлаясаҡ, әммә саксофоны менән һис тә айырылырға теләмәй. Йәш музыкант белдереүенсә, был уның тормошонда мәңгелек ҡыҙыҡһыныу булып ҡаласаҡ.
– Ете йыл элек беҙ улыбыҙҙы музыка мәктәбенә тын алыу системаһын үҫтерһен өсөн саксофонда уйнарға өйрәнһен тип биргәйнек. Шулай ул ҡыҙыҡһынып китте лә. Киләсәктә тормошон физика һәм информатика менән бәйләргә йыйына, был предметтар буйынса һәйбәт уңыштары бар. Тик музыка ла уның менән ғүмере буйы бергә булыр тип ышанабыҙ. Уҡытыусыбыҙ Ольга Беловаға рәхмәт, ул бик сабыр, ипле, сәнғәткә мөхәббәт тыуҙыра алды, – ти Рубиндың әсәһе Әлфиә Рәхмәтуллина.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.