Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Апрель , 11:30

Фәнгә йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим

Был өлкәлә ҡаҙаныштар тос

Фәнгә йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим
Фәнгә йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим

Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетының Технологияларға һәм инновацияларға ярҙам үҙәге үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса ошондай үҙәктәрҙең топ-15 исемлегенә инде, тип хәбәр итә юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте. Был саралар “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Наука и университеты”) башҡарыла.

Үҙәктәр төбәктең инновация системаһын үҫтереүгә, интеллектуаль эшмәкәрлек йомғаҡтарын һөҙөмтәле ҡулланыуға  йүнәлтелгән.  

 Файҙаланыусыларға улар интеллектуаль милек өлкәһендә мәғлүмәт ресурстарына бушлай ҡулланыу мөмкинлеген аса.

Илдә барлығы 180 ошондай ойошма эшләй, ә Волга буйы федераль округында  улар 60.

-Технологияларға һәм инновацияларға ярҙам үҙәгенең төп маҡсаты – консультация үткәреү генә түгел, ә бизнесҡа һәм айырым кешеләргә илде һәм республиканы иҡтисади яҡтан үҫтереү маҡсатында интеллектуаль милек ҡулланыуҙа ярҙам күрһәтеү, - тине Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетының трансфер технологияһы үҙәге директоры Руслан Хәйретдинов.

2023 йылда трансфер технологияларының технологияларға һәм инновацияларға ярҙам үҙәге аша  интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен теркәүгә 350-нән ашыу ғариза тапшырылған.

 “Фән һәм университеттар” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙе өҫтөнлөклө өлкәләрҙе әҙерләү буйынса донъя лидерҙарының иң яҡшы бишәү рәтенә индереү. Илебеҙҙә ғалимдарға йәшәүе һәм эшләүе уңайлы булһын өсөн шарттар тыуҙырыла, йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн фәнде популярлаштырыуға иғтибар бүленә. Заманса кампустар селтәре булдырыу буйынса программа әҙерләнгән.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.  

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: