Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Апрель , 09:30

Ял өсөн матур урын барлыҡҡа киләсәк

Салауат ҡалаһында Батыр аллеяһын төҙөкләндереү эштәренә тотондолар

Ял өсөн матур урын барлыҡҡа киләсәк
Ял өсөн матур урын барлыҡҡа киләсәк

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә С. Юлаев бульвары буйынса аллеяның Бочкарев урамынан алып Островский урамына тиклем икенсе өлөшө төҙөкләндерелә, унда тыныс ял зонаһы күҙаллана. Аллеяла япмалар, яңы эскәмйәләр, ағас күләгәһендә шахмат өҫтәлдәре ҡуйыласаҡ. Был тыныс шарттарҙа китап уҡырға, таныштар менән әңгәмәләшергә, йәки шахмат уйынын ойошторорға мөмкинлек бирәсәк. Бында ололарға эскәмйәлә ултырып алырға, әсәйҙәргә балалар коляскалары менән йөрөргә мөмкин буласаҡ. Проект буйынса биләмәне ҙур ағастар, ҡыуаҡтар, үләндәр һәм сәскәләр менән өҫтәмә йәшелләндереү ҡаралған, шул иҫәптән сирендең төрлө сорттары ултыртыласаҡ. Шулай уҡ төҙөкләндереү сиктәрендә һәйкәл янындағы биләмә яңыртыласаҡ.

Әле подрядсы ойошма әҙерлек эштәренә тотондо. Әлеге ваҡытта объектта траншеялар ҡаҙылған һәм яҡтыртыу, видеокүҙәтеү өсөн кабель һала башлағандар. Бынан тыш, аллеяның көньяҡ яғынан өҫтәмә парковка урындары өсөн урындар әҙерләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың яҙында ҡала халҡы Батыр аллеяһын төҙөкләндереүҙе дауам итеү өсөн тауыш бирҙе. Халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында аллеяның икенсе өлөшө үҙгәрәсәк, һәм ҡала халҡы ағымдағы йылдың сентябрь аҙағында тулыһынса тамамланған проект аласаҡ.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: