Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
13 Март , 20:10

Ҡаҙанлыҡтың эше туҡтатылған. Сәбәптәрен эҙләйҙәр

Унда Өфөнөң Киров һәм Совет райондарындағы 350-нән ашыу торлаҡ йорт һәм социаль әһәмиәтле объекттар эләккән.

Ҡаҙанлыҡтың эше туҡтатылған. Сәбәптәрен эҙләйҙәр
Ҡаҙанлыҡтың эше туҡтатылған. Сәбәптәрен эҙләйҙәр

МУП УИС хәбәр итеүенсә, технологик зыян арҡаһында 27-се ҡаҙанлыҡтың эше туҡтатылған. Эҫе һыуҙы һәм йылылыҡты һүндереү зонаһына Өфөнөң Киров һәм Совет райондарындағы 350-нән ашыу торлаҡ йорт һәм социаль әһәмиәтле объекттар эләккән.

Әлеге ваҡытта предприятиеның оператив бригадалары технологик зыянды табыу өсөн йылылыҡ селтәрҙәрен тикшерә. Объекттарҙы башҡа ҡаҙанлыҡтарға күсереү мәсьәләһе ҡарала. Эштәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк башҡарыу өсөн бар тырышлыҡ һалына.

Әлеге ваҡытта Өфөнөң Ситуация үҙәгендә баш ҡала хакимиәтенең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияһы штабы ултырышы бара.

МУП УИС уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.

13 март, 2025 йыл.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: