Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Декабрь 2019, 22:05

Эксперттар колбаса һайларға өйрәтә

Сервелат һайлағанда нимәгә иғтибар итеү мөһим? Ни өсөн һарғылт төҫкә ингән шпикты һатып алырға ярамай?

Яңы йыл табынына колбаса алырға өлгөрмәгәнһегеҙҙер әле. Улайһа, эксперт кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Техник фәндәр докторы Анастасия Семенова беҙгә колбасаны нисек һайларға кәрәклеген өйрәтә.
Туҡланыу сифатлы, сәләмәтлек өсөн файҙалы булырға тейеш, ти белгестәр. ”Докторская” колбасаһының бер килограмм хаҡы 700 һумдан да кәм булмағанда ғына сеймалдың сифатлы булыуына шикләнмәҫкә мөмкин. Уның составына сусҡа, һыйыр иттәре, һыу, йомортҡа, киптерелгән һөт, шулай уҡ тоҙ, шәкәр, мускат сәтләүеге йәки кардамон инә. Был колбасала крахмал, үҫемлек аҡһымы, ҡош-ҡорт ите булмаҫҡа тейеш. Ә һыу - өсөнсө урында ғына.
Эксперттың әйтеүенсә, “Е” хәрефе менән билдәләнгән аҙыҡ өҫтәмәләре лә ҡушыла. Е250 - төҫ биреү фиксаторынан, әсеүгә ҡаршы Е300 йәки Е301 өҫтәмәләренән башҡа колбасаны хәүефһеҙ тип атап булмай. Быларҙан тыш, аҙыҡта стабилизаторҙар, әселекте көйләүсе матдәләр булыуы ихтимал.
Колбасаны бары заводта етештерелгән ҡап эсендә һатып алырға кәрәк, тип кәңәш итә белгес. Сервелатты һайлағанда уның тышына иғтибар итегеҙ, ул ҡоро, таҙа булырға тейеш. Һарғылт төҫкә ингән шпикты һатып алмағыҙ, сөнки ул инде боҙолоп өлгөргән.
Фото: kpmedia.ru
Читайте нас: