Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Декабрь 2019, 22:20

Тимерҙәр ҡайҙа ашыға?

Уҡыусылар ғына түгел, хатта өлкәндәр ҙә...

Белорет районының Тимер юлы ауылы балалары дәрестәрҙән һуң яңыртылған стадионға ашыға. Күптән түгел урынлаштырылған яңы спорт тренажерҙарында улар ғына түгел, сәләмәт тормошҡа ынтылған ололар ҙа ихлас шөғөлләнә.
Былтыр ауыл халҡы йыйылып, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында спорт объекты төҙөргә ҡарар итә. Инициатив төркөм төҙөлә, халыҡ тиҙ арала тейешле сумманы ла йыйып тапшыра. Бағыусылар ҙа ситтә ҡалмай.
Аукцион шарттары буйынса урындағы “Спорт инвентарҙары буйынса Урал заводы”предприятиеһы подрядсы йөкләмәләрен үҙ иңенә ала һәм һынатмай, бурыстарын ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыуға өлгәшә.
Һәм бына Тимер юлы ауылы халҡы берҙәм тырышлыҡтың һөҙөмтәһен татый. 685 мең һумлыҡ спорт объекты сәләмәт тормошто үҙ итеүселәргә Яңы йыл алдынан ҙур бүләк булды.
Фото: “Белорецкий рабочий” гәзите сайтынан.
Читайте нас: