Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙҙәренең йорттары тураһында хыялланған бер туғандар өсөн ғаилә эҙләй.
Балаларҙың һәр береһе - үҙенсәлекле шәхес, әммә уларҙы берләштергән теләктәре бер: үҙҙәренә һөйөү, хәстәрлек һәм киләсәккә ышаныс бүләк итергә әҙер атай-әсәйҙең килеп алыуын көтә был өс таған.
Самат - 2009 йылғы тыныс холоҡло, йылмайыусан һәм туғандарына бик иғтибарлы ағай. Һеңлеләренә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, мәктәп сараларында әүҙем ҡатнаша. Дуҫтары күп.
Юлиса 2012 йылда тыуған, баҫалҡы, һәр һүҙҙе уйлап һөйләүсән, яҡшы күңелле ҡыҙ. Күп белә, ҡыҙыҡһыныусан, уҡырға, бейергә ярата. Уҡытыусыларҙы фекерле, грамоталы уҡыусы булыуы менән һоҡландыра.
Алина (2021йылғы) күңелсәк, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ бала. Апаһы менән ағаһын яратып туя алмай. Ул һүрәт төшөрөргә, әүәләп төрлө әйберҙәр эшләргә, әкиәттәр тыңларға, бейергә ярата. Башҡа балалар менән тиҙ уртаҡ тел таба.
Балаларҙы бергә үҫтереп, һәр береһе тураһында хәстәрлек күрергә теләгән атай-әсә табылһа, уларҙың һәләттәре нығыраҡ асылыр, йөҙҙәрендә йышыраҡ йылмайыу балҡыр, күңелдәре тынысланыр ине. Улар әле үк бер-береһе тураһында хәстәрлек күрә, тик туғандарға яҡты киләсәккә ышаныс биреүсе әсәй-атай бик кәрәк.
Арағыҙҙа балаларҙың яҙмышына битараф булмағандар табылһа, ситтә ҡалмағыҙ. Бәлки, һеҙ уларҙың яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә алырһығыҙ. Опекун (попечитель) булырға теләгәндәр мәғлүмәттәр банкының төбәк операторына 8(347)-218-03-62 телефоны буйынса шылтырата ала.
Фото: https://vk.com/mintrudrb