Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Декабрь 2019, 13:55

Электричкаға хаҡтар үҙгәрә

Кәрәк тип табылһа, кәметеүҙәре лә ихтимал.

1 ғинуарҙан Башҡортостанда ҡала яны поездарында юл хаҡы үҙгәрә.
Тарифтар буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, тәүге ун километр юлға түләүҙәр бөтә йүнәлештәр буйынса ла 22 һум торасаҡ.
Аҙаҡ һәр километр өсөн тағы ла 2 һум 20 тин түләргә тура киләсәк. Был һуңғы сиктәге, башҡаса арттырылмай торған хаҡтар. Әммә, кәрәк тип тапҡанда, пассажирҙар ташыусы юлға түләүҙәрҙе кәметә лә ала.
Өфөләге ҡала электричкаһында хаҡтар, юл алыҫлығының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, 22 һум күләмендә ҡала.
.
Фото: RB7.ru
Читайте нас: