Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Декабрь 2019, 15:00

Республикала тыуым ҡайҙа күберәк?

Быйыл да был район алдынғылыҡты бирмәгән!

Башҡортостанда быйыл ғинуар - сентябрь айҙарында 31 мең 654 сабый донъяға килгән.
Быйыл да Бөрйән тыуым кимәле буйынса республикала алдынғылыҡты бирмәгән. Артабан Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары килә.
Ҡалалар араһында Өфө беренселектә, унда 9 151сабый донъяға килгән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта - 2 048, Нефтекамала - 1 110, Салауатта - 929, Октябрьскийҙа 835 бала тыуыуы теркәлгән.
Шулай уҡ Туймазы, Өфө, Белорет, Ишембай һәм Учалы райондарында тыуым күрһәткестәре яҡшы, тип мәғлүмәт бирә статистар.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: