Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Декабрь 2019, 16:55

Сифатһыҙ икән, аҡсаһын кире ҡайтарт!

Быйыл 1200-ҙән ашыу мөрәжәғәт булған. Ошондай хоҡуғығыҙ барлығын онотмағыҙ!

Быйыл республикала йәшәүселәр сифатһыҙ күрһәтелгән хеҙмәттәр һәм тауар өсөн 8 миллион һумдан ашыу аҡсаһын кире ҡайтара алған.
Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау комитетында белдереүҙәренсә, быйыл ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса 1200-ҙән ашыу мөрәжәғәт булған. Уларҙың күбеһен сифатһыҙ йорт йыһазы, көнкүреш техникаһы, кейем-һалым һатыу менән бәйле ялыуҙар тәшкил иткән.
“Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт иткәндәр бушлай юридик ярҙам алды”, – ти ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бүлек етәксеһе Ләлә Сөләймәнова.
Асыҡланыуынса, йыш ҡына өлкән йәштәгеләр мутлыҡ “ҡармағы”на эләккән. Шуға сауҙа өлкәһендә алданыу осрағы теркәлһә, үрҙә әйтелгән дәүләт комитетына мөрәжәғәт итеү хоҡуғығыҙ бар икәнлеге хаҡында онотмағыҙ.
Читайте нас: